Йәмғиәт
6 Июль 2021, 07:08

Сәләмәтлек – ҙур байлыҡ!

Уҙған йома Ҡалыу-Айыры ауыл китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Иртәгәге көнөңдө юғалтма" тигән сара ойошторолдо.

Уҙған йома Ҡалыу-Айыры ауыл китапханаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Иртәгәге көнөңдө юғалтма" тигән сара ойошторолдо.
Был сара зарарлы ғәҙәттәрҙе иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыу һәм башҡа темаларға арналды. Иң мөһиме, балаларға, үҫмерҙәргә тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында аңлатылды.
Әйткәндәй....
Һәр сигаретта йөрәк тибешен йышайтыусы һәм ҡан баҫымын күтәреүсе никотин бар. Ул үпкәгә йәбешеп ҡала, тештәрҙә һәм бармаҡтарҙа таптар барлыҡҡа килтерә. Тәмәке составындағы 40 мең химик матдәнең күпселеге – ағыу. Уларҙың 40-тан ашыуы яман шеш ауырыуын тыуҙыра. Тартҡан кешегә йөрәк өйәнәге ҡурҡынысы – икеләтә, үпкәлә яман шеш барлыҡҡа килеү – ун мәртәбә, хроник бронхитҡа һабышыу бер нисә тапҡырға йышыраҡ янай. Тәмәкенең 1 – 2 ҡабында никотиндың үлемесле дозаһы тупланған. Тәмәкесене дозаның организмға бер юлы түгел, ә бүлеп-бүлеп индерелеүе генә үлемдән ҡурсалай. Һәр тәмәкесе ғүмерен уртаса 7 – 10 йылға ҡыҫҡарта. Тәмәке – кеше организмы өсөн иң ҡеүәтле канцерогендарҙың береһе.
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас