Оло йәштәгеләрҙе мәртәбәле юбилейҙары менән тәбрикләү - өлкән быуынға күрһәтелгән иғтибар, хөрмәт билдәһе. Ошо көндәрҙә Һайран ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре Хажы ауылында йәшәүсе Гөлниса Фәйзулла ҡыҙы Фараеваны 90 йәшлек ғүмер байрамы менән тәбрикләне.
Гөлниса Фәйзулла ҡыҙы Арлар ауылында тыуып үҫкән. Хажы – уның килен булып төшөп, ғүмер буйы йәшәгән ҡәҙерле төйәге. Тормош иптәше менән һигеҙ бала үҫтереп, матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарғандар. Үкенескә күрә, һәр парға ла тигеҙ ғүмер насип итмәй, бер нисә йыл элек ире мәрхүм булған.
Матур тормош юлы үткән Гөлниса инәй бөгөн оло юбилейын балалары, ауылдаштары иғтибарында, хөрмәтендә ҡаршылай.
Һайран ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Рөстәм Вәлиев билдәләүенсә, 90-95 йәшлектәрен ҡаршылаусылар был төбәктә ят күренеш түгел. Сентябрь тирәһенә алтын туйҙарын билдәләүсе ғаилә парҙарын да ҡотларға ниәтләгәндәр.