Йәмғиәт
3 Июль 2021, 06:33

Үҙебеҙ яуаплы булайыҡ

Ошо шәмбе юлдарҙа именлек һағында тороусылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Йәмғиәткә мәҙәниәтле йәйәүле, мәҙәниәтле автомобилист төшөнсәһе өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә тап ошо маҡсат менән тырыша.

3 июль – Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре көнө

Ошо шәмбе юлдарҙа именлек һағында тороусылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Йәмғиәткә мәҙәниәтле йәйәүле, мәҙәниәтле автомобилист төшөнсәһе өҫтөндә эшләргә лә эшләргә әле. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә тап ошо маҡсат менән тырыша.
Ҡармы, ямғырмы, фажиғәле осраҡтарҙан ҡурсалаусыларыбыҙ тәүлек әйләнәһенә юлдарҙа тәртип, хоҡуҡ һағында.
Рәсәйҙә һәр өсөнсө ғаиләлә автомобиль булған заманда (хәйер, был 2018 йылғы мәғлүмәт) юл-транспорт комплексының йылдан-йыл үҫеше менән бергә юлдағы шарттар ҙа ҡатмарлаша бара. Шуға ла дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең әҙерлегенән, профессионаллегенән һәм фиҙаҡәр хеҙмәтенә кеше ғүмерҙәре бәйле тип әйтеү һис арттырыу түгел.
- Рулдәгеләргә юлда бер-береһен хөрмәт итеү етмәй, күп фажиғәләр ошо тәкәбберлеккә ҡайтып ҡала. Бер юлдан барғанда «мин шәберәк булдырам», «һинән уҙҙырам» тигән аңһыҙ ярышыу йыш ҡына бик күңелһеҙ тамамлана, - тип иҫкәртә Ишембай районы буйынса Эске эштәр бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы бүлегендә 12 йыл хеҙмәт итеүсе Ратмир Ишемғолов. - Юлда иғтибарлы булыу – имен сәфәреңдең төп шарты. Скутер, велосипед, электросамокат менән файҙаланыусылар һәм йәйәүлеләр ошоно иҫендә тотһон ине. Абай булығыҙ, яҡында рулгә иҫерек көйөнсә ултырған кеше булыуы ихтимал.
Ратмир Рафиҡ улы әйтеүенсә, хәҙер эсеп тотолған водителгә 30 мең штраф һалыныуына ҡарамаҫтан, бындай осраҡтар һаман да йыш күҙәтелә. Был хәлгә аныҡ яуап та юҡ, бары кешеләрҙең боҙоҡлоғо менән генә аңлатырға булалыр, ти ул. Шулай ҙа муниципаль районда иҫерек водителдәрҙе асыҡлау буйынса иҫкәртеү сараларын үткәреү ыңғай һөҙөмтәләр бирә.
- Шул уҡ ваҡытта туғандар, дуҫтар араһында берҙәмлек, бер-берең өсөн яуаплылыҡ булырға тейеш. Мәжлестәр, ҡунаҡтарҙан һуң эскән водителде руль артына ултыртырға ярамағанлығын хатта бала кеше лә аңлай. Шундай яҡынығыҙҙы аңһыҙ аҙымдан ҡурсалау күпме кешенең ғүмерен һаҡлаясаҡ, - ти, хеҙмәттәшенең һүҙен ҡеүәтләп ошо өлкәлә 2008 йылдан бирле эшләүсе Земфир Ғәзиев. – Унан килеп, үтә эҫе көндәр ҙә кешегә ныҡ тәьҫир итә. Ҡайһы бер водителдәр һалҡын һыра менән мауыға. Был осраҡта аң томалана, аңғармаҫтан юлда ҙур бәлә тыуҙырыуың бар.
Әңгәмәселәрем өс йыл тирәһе бер экипажда эшләй, ошо ваҡыт эсендә уларға Ишембай юлдарында ниндәй генә фажиғәләрҙе күрергә яҙмай. Үҙҙәре әйтеүенсә, иң ауыры – әжәл менән ғүмер араһында көрәшкән кешегә ярҙам күрһәтеп өлгөрөргә тип өҙгөләнеү. Машиналарында һәр саҡ заманса мобиль аптечка йөрөй, ашығыс ярҙам килгәнсе кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу күп ваҡыт улар кеүек патрулдәге инспекторҙар иңенә төшә.
Беҙҙән нимә талап ителә? Психологиябыҙ, формалағы юл хәүефһеҙлеге һаҡсыларына ҡараш үҙгәрергә тейештер. ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәренән шөрләргә түгел, ә барлыҡ ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы үтәп, юлдарҙа үҙең дә, башҡалар ҙа имен-һау булһын өсөн үҙ өлөшөңдө индерергә кәрәк.
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас