Йәмғиәт
1 Июль 2021, 08:21

Петровскийҙа ветерандар ойошмаһы рәйесе һайланды

Петровск ауылында Ишембай ҡалаһы һәм районының Ветерандар Советы Президиумының киңәйтелгән күсмә ултырышы булып үтте.

Петровск ауылында Ишембай ҡалаһы һәм районының Ветерандар Советы Президиумының киңәйтелгән күсмә ултырышы булып үтте.
“Быуындар хәтерен тоташтырып” тип исемләнгән проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылған сарала бер нисә һорау ҡаралды. Тәүгеһе Петровк ауыл Советының беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесен һайлауға ҡағылышлы булһа, икенсеһе ауыл хакимиәте, мәктәп, төрлө йәмәғәт ойошмалары менән берлектә йәштәргә патриотик тәрбиә биреү саралары тураһында ине.
Ауылдың элекке ветерандар Советы рәйесе Ильяс Ғосамов вафат булыу сәбәпле, был вазифаға Анатолий Леманов һайланды. Йыйылышта элекке рәйес, уның әүҙем эшмәкәрлеге тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Һәм был йүнәлештә эш артабан да шулай дауам итһен ине, тигән теләктәр яңғыраны. Башҡа беренсел ветерандар ойошмалары рәйестәренең кәңәштәре, теләктәре лә урынлы булды.
Автор фотолары.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас