Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Шапочкин дүшәмбе көн район хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә әйтеп үтеүенсә, бынан ике аҙна элек кенә, йәғни йылдың 23-сө аҙнаһында муниципаль район буйынса 7 кешелә вирус асыҡланған булған. 24-се аҙнала 19 булһа, уҙған аҙнала икеләтә үҫеш теркәлгән – 37 осраҡ.
Әле мәлдә, Стәрлетамаҡ йоғошло ауырыуҙар госпиталенән тыш, Салауат ҡалаһында 100 урынлыҡ госпиталь эше тергеҙелә. Үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!