26 июндә быйыл батып һәләк булыусылар исемлегенә тағы бер ир ғүмере өҫтәлде. Аяныслы ваҡиға Ҡарайған ауылындағы ял базаһында була. Бында ял итергә килгән 59 йәшлек Стәрлетамаҡта йәшәүсе ир күлгә сума һәм башҡа ҡалҡып сыҡмай. Һыуҙан кәүҙәһен ҡотҡарыусылар ғына табып сығара ала.
Шуныһы билдәле – ял итеү урынында хәүефһеҙлек хаҡында иҫкәртеүсе аншлагтар була, һыу инеү урыны йыһазландырылмаған.
Йыл башынан барлағанда, был Ишембай районы территорияһындағы һыу ятҡылыҡтарында өсөнсө кеше үлеме.
Һыуҙа ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармағыҙ! Өлкәндәрҙең батып үлеү осраҡтары иң күбе эскән килеш була! Йөрәк сирлеләр ҡапыл сумыуҙан һаҡланырға тейеш. Ә балалар айырым иғтибар талап итә - уларҙан бер минутҡа ла күҙ яҙлыҡтырмағыҙ!