Йәмғиәт
28 Июнь 2021, 05:25

Баҡса - күңел дауаһы ла ул

Бөтә күңелен һалып, һәр атҡан сәскәгә, өлгөргән емеш-еләккә һөйөнөп баҡса үҫтереүселәр була. Улар баҡса миҙгеленә ҡыштан уҡ дәртләнеп әҙерләнә башлай, был осорҙо көтөп ала. Баҡса тиһәң, улар бөтә донъяларын онота, тиҙәр ундайҙар хаҡында.

Бөтә күңелен һалып, һәр атҡан сәскәгә, өлгөргән емеш-еләккә һөйөнөп баҡса үҫтереүселәр була. Улар баҡса миҙгеленә ҡыштан уҡ дәртләнеп әҙерләнә башлай, был осорҙо көтөп ала. Баҡса тиһәң, улар бөтә донъяларын онота, тиҙәр ундайҙар хаҡында.
Әрмет яҡтарына юл төшкәндә ошондай тырыш ғаиләләрҙең береһе - Миләүшә менән Фәнир Хисамовтар менән таныштыҡ.
- Быйыл йыл ауырыраҡ килде, май ҡоролоғо, эҫелеге менән аптыратты. Сәскән әйберҙәрҙең ҡайһылары сыҡмай йонсотто. Кире сәсергә лә тура килде. Әлеге ямғырҙарҙан һуң баҡса ла күтәрелеп китте. Ер эше менән күберәк тормош иптәшем булыша, - тип башлап китте беҙҙең менән әңгәмәне Миләүшә Абрар ҡыҙы.
Егәрле кешенең баҡсаһы әллә ҡайҙан күренә. Хисамовтарға был эштә ейән-ейәнсәрҙәре лә ҙур ярҙамсы. Түтәлдәрҙе бүлешеп алғандар, олатай-өләсәйҙәрен һөйөндөрә беләләр. Үҙебеҙ тырышҡас, үҫтергән емеш тә тәмлерәк кеүек шул.
- Баҡса эше арытһа ла, күңелгә ҡәнәғәтлек, ял бирә. Һәр үҫентегә, ағас-ҡыуаҡтар күтәрелеүенә шатланабыҙ, -тиҙәр Хисамовтар.
Хужабикәнең сәскәләр яратыуына ла иғтибар иттек.Яландан алып ҡайтып ултыртҡандарының айырыуса үҙ йәме. Һәр сәскәнең үҙенә хас холҡо, матурлығы бар, шуны тоя белә Миләүшә ханым. Үҙе лә сәскә исеме йөрөтә бит!
Баҡсасылыҡ тураһында һүҙ ҡуҙғатҡанда, Васильевка уңғандарын да әйтмәү яҙыҡ булыр. Улар борондан оҫта баҡсасылар булыуы менән тирә-яҡта дан алған. Бер юлы
был ауылдың уңғандарын да күреп сығырға яҙҙы. Почтальон булып эшләүсе Людмила Васильеваның гөл-сәскәләре ҡаршыланы беҙҙе. Кешенән дә бейек булып үҫеп, һап-һары сәскәгә күмелгән роза ҡыуағы – үҙе бер хозур күренеш.
- Ауырғазыла йәшәүсе апайым да раузалар үҫтерә. Унан алып ҡайтып ултыртҡайным, тиҙ ерегеп китте. Ҡуйы ҡыҙыл, алһыу төҫтәгеләре лә бар. Баҡсабыҙҙа сәскәләр май айынан алып ҡара көҙгә тиклем ата. Тюльпандар, хризантемаларҙың туғыҙ төрө, петуниялар - бер-бер артлы сәскәләре менән һөйөндөрәләр. Август айы бигерәк тә йәмле була. Үҙем бәләкәйҙән сәскә яратам, күңел өсөн үҫтерәм, - ти хужабикә.
Күберәк сәскәләр тураһында һөйләшәһәк тә, күптән ҡыяр ашаған ғаиләнең йәшелсә баҡсаһына ла күҙ ҡыҙҙы. “Беҙҙең ауылда ҡыяр уңышын май баштарында уҡ алалар, беҙ иһә “ҡалыштыҡ”, 20-ләрендә ашай башланыҡ”, - ти Людмила Васильева беҙҙе ҡыяр менән һыйлаған арала.
Һәр түтәлгә хәстәрле хужаларҙың ҡулы тейгән. Эшенә лә өлгөргән, баҡсаһын да бына тигән итеп ҡарағандарҙың өҫтәлдәре лә һыйлыраҡ, күңелдәре көрөрәк һымаҡ.

Автор фотолары.
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас