Йәмғиәт
27 Июнь 2021, 05:00

Ишембай йәштәре, тиһендәр!

Дәрт. Берҙәмлек. Команда. Йәштәр хаҡында һөйләгәндә ошо төшөнсәләрҙән башҡа булмайҙыр ҙа. Ә бөгөнгө Ишембай йәштәре ниндәй һуң?

27 июнь – Йәштәр көнө

Дәрт. Берҙәмлек. Команда. Йәштәр хаҡында һөйләгәндә ошо төшөнсәләрҙән башҡа булмайҙыр ҙа. Ә бөгөнгө Ишембай йәштәре ниндәй һуң?
- Улар һәр ерҙәге кеүек күп төрлө, ижади, ҡыйыу, күптәре уҡыуға бирелгән, йәштән ни теләүен аңлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар... Ҡайһы берҙәренә саҡ ҡына кәңәш, юл күрһәтеп ебәрешеү кәрәк. – Йәштәр эштәре буйынса комитет етәксеһе Нелли Коледова йәш яҡташтары хаҡында бик күп һөйләй ала. Яратып, ғорурланып. Күберәк ҡала йәштәре менән эшләргә тура килгәнлектән, ул районда йәштәр советы әүҙемләшеүен дә теләй. - Мәктәп йәшендәге ҡыҙҙар-егеттәр күберәк тә, әүҙемерәк тә, тап бына улар уҡып бөткәс Ишембайҙа ҡалыуҙы, үҙебеҙҙә йәки күрше ҡалаларҙа һөнәр алыуҙы һайлай икән, бында беҙҙең дә өлөш барҙыр, тип уйлайым. Сөнки беҙ уларға үҙебеҙҙә үткән
төрлө саралар, йәмғиәт өсөн файҙалы эштәр аша тыуған ҡалаңда йәшәүе уңайлы, рәхәт булыуҙы, ул бында кәрәк икәнде еткерә алғанбыҙ. Әле бына аниматорҙарыбыҙ
эш башланы. Киске сәғәт алтынан һигеҙгә тиклем балалар менән ихаталарҙа төрлө уйындар уйнайҙар, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ҡоралар. Был уларҙа лидерлыҡ сифаттарын
тәрбиәләй, бына тигән вожатыйҙар үҫә. Бынан ике-өс йыл элек беҙҙең командаға ҡушылған ирекмән, аниматор йәштәрҙе бөгөн танырлыҡ түгел. Район хакимиәте
башлығы стипендияһына лайыҡ булған Лиза Лагутинаны ғына алайыҡ. Әле уға 14 йәш, үҙе артынан бик күптәрҙе изге эшкә дәртләндерә алған ирекмән ҡыҙ. Күптән түгел “XXI быуат лидеры” республика конкурсында икенсе урын яуланы. Һәм ундай йәштәребеҙ күп, - ти Нелли.
Әлбиттә, йәштәр тип беҙҙә 14-35 йәшлектәр танылғанда эштең ни тиклем киң йүнәлештә алып барылырға тейешлеген күҙаллайбыҙ. Бөгөн 14-16-һы тулған йәш замандаштарыбыҙ яҡын киләсәктә йәш һөнәр алдынғыһы булып китә, өлгөлө йәш ғаилә ҡора икән, тимәк тырышлыҡ бушҡа түгел.
Автор:Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас