Йәмғиәт
26 Июнь 2021, 11:41

Иғтибар! Кеше юғалды

25 июндә 16.15 минутта 112 хеҙмәте 1966 йылғы ҡатындан шылтыратыу ҡабул итә. Ҡатын үҙенең еләккә сығыуын һәм Ишембай районының Юлдаш ауылы тирәһендә яланда аҙашыуын әйтә. Был тура Скворчиха ауыл хакимиәте биләмәһе башлығына, райондың Эске эштәр бүлегенә хәбәр ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көндө ҡатынды табып булмай, төн етә.

25 июндә 16.15 минутта 112 хеҙмәте 1966 йылғы ҡатындан шылтыратыу ҡабул итә. Ҡатын үҙенең еләккә сығыуын һәм Ишембай районының Юлдаш ауылы тирәһендә яланда аҙашыуын әйтә. Был тура Скворчиха ауыл хакимиәте биләмәһе башлығына, райондың Эске эштәр бүлегенә хәбәр ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул көндө ҡатынды табып булмай, төн етә. Шуныһы бар - аҙашҡан ҡатын телефон менән бәйләнешкә инә, әммә эҙләүселәр һорауҙарына аныҡ ҡына яуап бирмәй.
Бөгөн иһә ҡатынды эҙләүгә ҡотҡарыусылар менән бергә "Лиза Алерт" эҙәрмәндәр отрядынан да кешеләр ҡушыла.
Әлеге мәлгә ҡатын табылды тигән мәғлүмәт юҡ.
Автор:Эльвира Әлмөхәмәтова
Читайте нас