Йәмғиәт
26 Июнь 2021, 02:53

Ауыл хәбәрҙәре

Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреүселәр әҙ булғанмы ни? Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмөткә лайыҡ!

Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреүселәр әҙ булғанмы ни? Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ иңдәрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр бөгөн оло хөрмөткә лайыҡ! Ошо ауыр, ҡот осҡос йылдарҙа күпме ауырлыҡ, михнәт кисергәндәр улар. Бик күп ҡорбандар, ауырлыҡтар менән яуланған ул Бөйөк Еңеү.
"Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргән ауырлыҡтар менән сағыштырғанда, бөгөн уйлап сығарылған көрсөк тигәндәре нимә ул. Иң мөһиме ерҙә тыныслыҡ булһын, табындарҙан ризыҡ өҙөлмәһен. Үткәндәрҙе, тарихты онотмағыҙ, улар һеҙгә һәр саҡ фәһем булып торһон!” - тиҙәр һуғыш осоро балалары.

Яңы ғына Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда һуғыш осоро балаларына танытмалар тапшырғайныҡ. Төрлө сәбәптәр арҡаһында килә алмаған өлкән апай-ағайҙарға танытмаларын таратып сыҡтыҡ.
Автор:Маҡар ауылы мәҙәниәт йорто
Читайте нас