Йәмғиәт
26 Июнь 2021, 04:35

Асфальт түшәүгә тотоналар

Ишембайҙа йорттар тирәһендәге территорияларҙы комплекслы төҙөкләндереү маҡсатын ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә эштәр дауам итә.

Ишембайҙа йорттар тирәһендәге территорияларҙы комплекслы төҙөкләндереү маҡсатын ҡуйған “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә эштәр дауам итә.
Билдәле булыуынса, ҡалала быйыл көҙгә тиклем дүрт ҙур ихата төҙөкләндерелергә тейеш. Уларға ун бишләгән күп фатирлы йорт алды ҡарай. Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Радик Күсәрбаев әйтеүенсә, әлеге көнгә өс ихатала бордюр таштарын һалыу буйынса эштәр тамамланған. Стахановсылар урамында 14-се, 16-сы һәм 16а йорттары тапҡырында подъездар алдына, тротуарҙарға асфальт һалынған. Балалар һәм спорт майҙансыҡтары ла иғтибар үҙәгендә, бында спорт ҡоролмаларын ҡуйыр өсөн тигеҙләү ҡатламы түшәлә. Ҡалған ихаталарҙа ла подрядсы ойошмалар яҡын арала асфальт япмаһы түшәүгә тотонасаҡтар. Контрактҡа ярашлы, “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса билдәләнгән эштәр 30 авгусҡа тамамланырға тейеш. Эшселәр ҡайһы бер ихаталарҙы алданыраҡ та өлгөртөргә ниәтләй.
Ирина Вахонина фотоһы.
Автор:Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас