Торатауға менеп, ҡабат үҙаллы төшә алмаған туристар хаҡында юҡ-юҡта ишетеп торабыҙ. Ошо көндәрҙә Вологда ҡунағы менән дә шундай хәл була.
44 йәшлек ир Стәрлетамаҡ ҡалаһына командировкаға килгәндә бер юлы билдәле шиханды ла күреп ҡайтырға була. Артылыуын артыла ул, әммә тау түбәһенән кире төшөргә хәленән килмәй. Ирҙең 112 телефонына ярҙам һорап шылтыратҡан ваҡыты буйынса хәлде баһалағанда, уның төндө тау түбәһендә үткәреүен аңларға була.
Иң беренсе уның янына Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы биләмәһе хакимиәте башлығы Айнур Ҡотошев килеп етә. Йәш етәкселәр шулай ул, тип маҡтайыҡмы икән, һәр хәлдә уның Стәрлетамаҡ ҡотҡарыусыларынан да алдараҡ барып етеүе билдәле. Айнур Минеғәли улы “бешмәгән” туристы имен-аман тауҙан алып төшә. Вологда кешеһенең хәле
ҡәнәғәтләнерлек, медицина ярҙамы талап ителмәгән. Бынан шундай һығымта яһарға була: йыраҡтан килгән туристарҙы Торатауға менептөшкәндә оҙатып йөрөп, дөрөҫ юлға йүнәлтеп, аҙашмаузы гарантиялаған хеҙмәттәр күрһәтеп тә беҙҙекеләргә аҡса эшләргә була икән дә ...