Беҙ билдәле ғалим, сәйәсмән Әхмәтзәки Вәлиди музейы хеҙмәткәрҙәре, эшебеҙҙә оло шәхес хаҡында мәғлүмәттәрҙе туплап, башҡаларға еткереп кенә ҡалмайбыҙ, ә тыуған ауылыбыҙ, яҡташтарыбыҙ тарихын өйрәнеп, улар хаҡында яҡты иҫтәлектәр ҡалдырырға тырышабыҙ.
Әле бына беҙҙе дәһшәтле 1941 йылда тыуған балалар яҙмышы ҡыҙыҡһындырҙы. Улар хәҙер 80 йәшлек оло быуын кешеләре инде. Нисек ғүмер иткәндәр, нисек йәшәйҙәр улар? 1941 йылда ауылда рәсми документтар буйынса 37 бала тыуған, әлеге көндә уларҙың һигеҙе иҫән, ауылда йәшәйҙәр.
41-селәр яҙмышы бер-береһенә бер тамсы һыу кеүек оҡшаш. Барыһының аталары һуғышҡа киткән, әйләнеп ҡайтмаған, балалар үҫтерешкән ҡайны-ҡәйнәләре, күршеләре менән татыу йәшәгәндәр... Әлеге көндә улар менән һөйләшкәндә оптимист рухтарына, тормош менән ҡәнәғәт булыуҙарына һоҡланаһың. Хоҙайға шөкөр итеп, балаларына хәйер-доға ҡылып, донъяға тыныслыҡ теләп йәшәйҙәр: Вәлиева Рәйхана Мансур ҡыҙы, Исмәғилева Фәниә Ғарифулла ҡыҙы, Ғибаҙуллина Мөнирә Ғәбделхәким ҡыҙы, Хөснөтдинова Фәриҙә Ғәбделҡәйүм ҡыҙы. Тормош иптәштәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баҡыйлыҡҡа күскәндәр. Ә апайҙар донъяларын һүндермәйсә матур итеп йәшәй, мал тоталар, ҡош-ҡорт үҫтерәләр, ә баҡсаларында йәшелсә, еләк-емеш, сәскәләр!.. Йәйге каникул улар өсөн шатлыҡ осоро - өй тирә-яғы бала-саға менән тулы. Һөйләшкәндә ҡәйнә-ҡайныларын, инәйҙәрен хөрмәт менән иҫкә алалар.
Юбиляр ветеран ағайҙар ҙа бына тигән итеп йәшәй. Ғәлиуллин Мөхәмәт Хәбибулла улының ғаиләһендә 12 бала үҫә. Атаһы оло йәштә булғанға күрә һуғышҡа алмайҙар, ә I Бөтә донъя һуғышында пулеметсы булып, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙған. Ауылдаштары өсөн ул бик кәрәкле һөнәргә эйә була: мейес сығарыусы тормошто йылытыусыға тиң ул. Мөхәмәт ағай үҙе 36 йыл мәктәптә эшләп хаҡлы ялға сыҡты. Күп һанлы наградаларын һанап тороуға ҡарағанда, уға уҡыусыларының хөрмәте ҡәҙерлерәктер. Ҡайҙан ғына ҡайтһалар ҙа, һәр ваҡыт бер-береһенән яратҡан уҡыусыларының хәлен һорашып, иҫтәлектәре менән бүлешәләр. Ауылыбыҙҙың һылыуы Тәнзилә апай менән улар 50 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Ата-әсәйҙәрен хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатҡандар, ә хәҙер ике ҡыҙы менән улының балаларын ҡарашып, бәхеттә, тыныслыҡта йәшәйҙәр. Мөхәмәт Хәбибулла улы, беҙ барлыҡ уҡыусыларығыҙ исеменән юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ғиззәтуллин Әнүр Минеғәли улы 1941 йылдың 15 июлендә тыуған. Һуғыштан ҡайта алмаған Минеғәли бабайҙың ҡыҙы Рәмзиә апай менән Әнүр ағайҙы әсәләре Һәҙиә инәй кешелекле, хеҙмәт һөйгән бына тигән кешеләр итеп үҫтереп, үҙе бәхетле ҡартлыҡ кисереп баҡыйлыҡҡа күскән. Әлеге көндә ҡатыны Мөнирә апай менән матур донъя көтәләр. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, 47 йыл хеҙмәт стажы менән пенсияға сыҡҡан. Әнүр ағай өс тапҡыр биш йыллыҡ хеҙмәт ударнигы, СССР халыҡ хужалығы ҡаҙаныштарында бронза миҙалы алған коммунистик хеҙмәт ударнигы ул. Булғанына шөкөр итеп йәшәй, мәсеткә йөрөй.
Нафиков Зәки Кәбир улына ла атаһын күрергә насип булмай. Ғүмер буйы әсәһе Закира инәй һүҙенән ситкә сыҡмай йәшәйҙәр. Ауылдашы Флүрә апай менән 54 йыл ғүмер кисереп, 5 бала үҫтергәндәр. Икеһе лә колхоз эшендә булалар, ә балалары - Закира инәй ҡарауында. Өләсәй менән үҫкәнгәме, ипле, аҡыллылар, эш яратып үҫәләр. Үҙҙәре хәҙер ейәндәр үҫтереп, татыу, матур йәшәйҙәр. Зәки ағайҙың эш стажы 42 йылдан ашып китә. Ҡайҙа ҡушалар, шунда тырыша, колхоз эшенән тыш ул ауылдаштарына өйҙәр һалырға ла ярҙам итә. Илленән ашыу береһенән-береһе матур өй һалыштым ауылда, ти оҫта. Яңғыҙ ҡалдым, тип тә борсолорға урын юҡ. Ҡыҙҙары, кейәүҙәре, улдары, килендәре уны проблемалары менән яңғыҙ ҡалдырғандары юк. Һоҡланабыҙ, дөрөҫ тәрбиә бирә белгәндәр, тип әйтәбеҙ.
Халиков Ғәбдрәшит Ғәбделбарый улы 1941 йылдың декабрь айында тыуған. Атаһы беренселәрҙән булып һуғышҡа китә, ҡабат күрергә насип булмай. Әсәһе, Нәҡиә инәй, һәм атаһы йәшләй генә вафат булғас, олатаһы Кәрим бабайҙа үҫкән Рәшит ағайҙың да ғүмере колхоз эшендә үтә. Ҡатыны, ауыл ҡыҙы Фәниә апай менән, өс бала үҫтерҙеләр. Фәниә апай хәҙер мәрхүм инде, ә балалары аталарын матур итеп ҡарай, йорт тирәяғы тәртиптә, ейәндәр эргәлә - Хоҙай биргән ғүмерҙе сәләмәтлектә йәшәргә яҙһын.
Бер ҡарауға 80 йәштәрен тултырған апайағайҙарыбыҙҙың яҙмыштары бер төрлө кеүегерәк: ғүмерҙәре колхоз эше, балалар үҫтереү менән үткән. Уларҙың һәр береһенә оло һынау яҙған, атайһыҙлыҡ, һуғыштан һуңғы бик ауыр йылдар. Үткәндәрҙе иҫкә алғанда улар бер ваҡытта ла илгә-көнгә тыныслыҡ теләргә онотмай. Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле һуғыш осоро балалары, ил тип йәшәүегеҙ, фиҙаҡәр тырышлығығыҙ, түҙемлегегеҙ өсөн!