Йәмғиәт
22 Июнь 2021, 18:15

Ауыл хәбәрҙәре

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Этҡол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарыбыҙға бағышланған стела янында хәтер сәғәте уҙҙы.

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Этҡол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ауылдаштарыбыҙға бағышланған стела янында хәтер сәғәте уҙҙы.
Сарала ҡатнашыусылар, был көндөң илебеҙ тарихында иң ҡайғылы көн икәнен билдәләп, һуғыш килтергән юғалтыуҙар, аслыҡ - яланғаслыҡ, халыҡтың көс етмәҫтәй тойолған ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуы тураһында һөйләнеләр. Ауылыбыҙҙың имам хатибы Шәрәфетдин хәҙрәт Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, һуғыш афәте арҡаһында мәрхүм булған ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ рухына бағышлап аят уҡыны. Шулай уҡ "Һуғыш балалары" статусына лайыҡ булғандарға танытма тапшырылды.
Автор:Гөлдәр Йәрмөхәмәтова
Читайте нас