Йәмғиәт
21 Июнь 2021, 07:57

Тормошто һайла!

ЮЛҒОТЛИНА Шәрифә Хаммат ҡыҙы. Шәхси эшҡыуар, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы

ЮЛҒОТЛИНА Шәрифә Хаммат ҡыҙы. Шәхси эшҡыуар, райондың ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы:
- Әле беҙ бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, бизмәнгә һаулығыбыҙ, яҡындар ғүмере ҡуйылған. Донъяны ялмаған коронавирус һаман сигенергә уйламай, төрлө штамдары килеп сығыуы тураһында ишетеп торабыҙ. Мин тынысмын, сөнки вирусҡа ҡаршы вакцинаны ғаиләм менән март айында уҡ һалдырҙыҡ. Уға тиклем еңелсә ауырыу үткәргәйнем, антиесемдәргә анализ биреп тороуҙа мәғәнә күрмәнем. Табип ҡарағандан һуң Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы аша был прививканы эшләтеп ҡуйҙыҡ. Бер ниндәй насар тәьҫирен тойманым, ауыртынманым, хәҙер инде күпме ваҡыт, ауырырмын, тип борсолмай йәшәйем. Ә бит сир йоғоп ҡуйыуы тураһында уйланып, хәсрәтләнеп йөрөү кешене ныҡ ҡаҡшата. Яҡташтарым, ауылдаштарым араһында икеләнеүселәр күп әле, шул борсолдора. “Ҡурҡманыңмы, шикләнмәнеңдәме?” тиҙәр. Мин үҙебеҙҙең ғалимдарға ышанам, вакциналар Рәсәйҙең иң көслө лабораторияларында әҙерләнә.
Ковидгоспиталдә ятып сыҡҡан таныштар, дуҫтарым булды. Уларҙың береһенән дә, вакцина эшләтмә, тигәнде ишетмәнем, киреһенсә, ваҡытында үҙҙәрен һаҡлауға битараф ҡарағанға үкенестәре бар.
Донъя масштабындағы йоғошло сирҙәрҙе бар халыҡ тырышлығы менән генә еңеп була. Тарих та шуны иҫбатлай. Балаларыбыҙ тыуғас та күпме төр прививка эшләнә! Дәүләт халҡын сирҙән һаҡлау мөмкинлеген – вакцинацияны өлгөртөргә тырышты. Шул хаҡта уйланайыҡ. Битарафлыҡ файҙаға түгел. Бере-беребеҙ өсөн яуаплы икәнде аңларға ваҡыт.”
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас