Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
Бетерә шаршыһы
повесть
Ун өсөнсө өлөшө
Ҡулында йәлпелдәтеп килгән яулығы менән ауыҙын нығытып баҫып, үкһеүен сығармаҫҡа тырышты ла бит – көсө етмәне. Ахырҙа, йылға буйына – муйыл шырлығына йүгерҙе. Сыбыҡ-сатырға һуғылып бара торғас, һыу ситенә етеп, йылға аша бөгөлөп төшкән муйыл олонона ҡапланып, үкһеп ебәрҙе. Ағасты һығып ҡосаҡлаған беләктәренә ҡаты ҡайыры батып инде, яулығы, туҙғыған сәстәре лыс һыу булды, үҙәге сиҡылданы, әммә тыныслана алманы. Был, уның эсендә йыйылып, сигенәсә тулышҡан, нисә йылдар томалап тотҡан, бөтөн яҡлап та сикләнгән хистәренең урғыуы, баш бирмәй тулауы, ярһыуы ине. Бөгөн тәүге тапҡыр был хистәр алдында көсһөҙ ҡалды Хәтирә.
Әүеш-тәүеш итеп ҡышҡа инеп барғанда, колхоз рәйесе булған Әнүәр ағай килеп инде өйҙәренә. Урындыҡта киске ашҡа ултырырға йөрөгән әсә менән ҡыҙ ҡаушап төштө.
– Һаумыһың әле! – гөрһөлдәк ир тауышынан иҫке йорттоң тәҙрә быялалары сыңлап китте.
– Һау! Шәппеҙ әле, – Сәғиҙә ашъяулыҡ мөйөшөнә бәләкәй күпмә түшәк шылдырҙы. – Әйҙә, ҡәйнеш, түрҙән уҙ!
– Уҙам, еңгә, ишек төбөндә генә һөйҙәшер һүҙ түгел.
Уҙаман һарыҡ тиреһенән тегелгән ауыр толобон сөйгә элеп, галушлы оло быймаларын һалып, һаҡал-мыйығын һыпыра-һыпыра, урындыҡҡа яҡынланы.
– Ҡана, ағаңдын ҡулын сайҙыр.
Ҡунаҡты йомошон йомошлар ҙа сыға һалып китер тип, көлдөксә яғында йәшенеп торған Хәтирә, йәһәт кенә ҡаҙан төбөнән йылы һыу тырнап алып, ҡомғанға һалды ла тас тотоп килде. Тегеһе ауыр эштән ҡарайып ҡатҡан ҙур устарын һыу йылыһында бер аҙ ләззәтләндереп торғас, урҙалағы таҫтамалға ынтылып һөртөп, менеп, аяҡ бөкләп тороп ултырып алды.
Сәғиҙә өтәләнеп уның алдына ҡабыҡлы картуфтарҙы тәгәрәтте, сәй яһай һалып ултыртты.
– Килен шәпме?
– Шәп. Мин юҡта бирешмәгәндәрен, һәҙер бирешмәһтәр инде. Бальнисҡа апарып килдем, бейә һөтөндә тоторға ҡуштылар.
– Ярай, анау бәләкәйҙәрегеҙ һаҡына, йәшәһен инде.
– Йәшәр, бисәләр эт йәнде лә, – ир һаһылдап көлөп алған булды. Үҙенең тауышы нескәрә биреп китте. Әйткәненә үҙе лә ышанмай, күрәһең. Унан һаман усаҡ тирәһендә йөрөгән Хәтирәгә күтәрелеп ҡараны:
– Ҡарындаш, һин ништәп утырмайың әле? Һиндә ине бит әле йомош.
Әсәле-ҡыҙлы ҡарашып алдылар.
– Мынау Шанскый урыҫтары Уртайортта ағас ҡырҡып ята, шуларға ашнаҡсы кәрәк икән, - Әнүәр ҡаршыһында урындыҡ ситенә терәлеп кенә ултырған ҡыҙҙан аша ҡарап һөйләй, сит ҡатын-ҡыҙға тура ҡарап өйрәнмәгәндәр бында. – Шуларға кеше тапмайбыҙ, берәү урыһса белмәй. Һинән башҡаһы юҡ та, бумаҫ та.
Сәғиҙә күҙҙәрен селт-селт иттерҙе:
– Ата-аҡ! Йыйын урыһ араһына ҡалайтып барһын ул?
– Туҡтале! Һин, еңгә, ҡапаҡтамай тор, – рәйес тауышын күтәрә төштө. – Урыһтар кеше түгелме ней? Улар ҙа шул ике ҡуллы, ике аяҡлылар. Һуғышта беҙ улар менән бергә йөрөнөк, бер ҙә “һин башҡортһоң” тип, тайшанып торманылар.
Сәғиҙә алдына сығармаҫҡа булып:
– Саҡ ҡайтып күҙемә күренгән баламды тағы ҡайҙа олаҡтырғың килә? – тигәйне лә, ир ҡырҡа бүлдерҙе лә:
– Анда күмәк кеше араһында үҙенә лә күңелде булыр, эш һаҡы түләрҙәр. Ике урамлы ауылда нимә тип һаман итәгеңә бәйҙәп утыраң? Мин аны ямандыҡҡа әйтәмме ней? Һин дә, еңгә, ҡыҙы-ыҡ инде, – тип ҡыҙып китә яҙҙы.
Ҡатындар шымып ҡалды. Рәйес тағы ла ике картуф әрсеп йотҡас, яңынан өгөтләүгә күсте:
– Ҡарындаш, ҡурҡма, мин көн аша шунда йөрөйөм, калхуз өмәләренә тигән тамаҡты ла шунан алам. Ат бирәбеҙ, көн дә ҡайтырың. Һин бит – донъя күргән кеше... бирешмәһһең.
Ошо юҫыҡтағы сәғәткә яҡын әңгәмә Хәтирәнең “ярай” тиеүенә ҡәҙәр дауам итте лә, яуап һығып сығарылғас, рәйес: “Оһо-һо, ҡарындашым! Ағаңды уңдырҙың! Иртәгә әҙерҙәнеп тор”, – тип, ҡабаланып хушлашып, сығып та китте. Ул киткәс, әсәһе әле оҙаҡ һуҡранды, өндәшмәй ултырып ҡалһаң булмағанмы, тип илауланы. Тик ризалыҡ бирелгәйне инде, һәм Хәтирә юлға төйнәнде.
Диләнке ситендәге дүрт бура йорттоң береһендә көн оҙоно ҡаҙан өҫтөндә ул хәҙер. Оло һауыттарҙа аш бешерә, тушенка болғап, макарон-картуфын ҡура, компот ҡайната, дәү самауырҙарҙа сәй тота. Ҡара таңдан кескәй кашауайға һоро бейәһен егеп алып сығып китә лә, эшселәрҙе өс ашатып, ҡашығаяғын йыуып-йышып, иртәгәгә кәрәк-ярағын әҙерләп ҡуйып, төнләтеп ҡайтып инә. Йыш ҡына Әнүәр ағай менән бергә йөрөйҙәр. Башта борсолған булһа ла, берәүҙең бер һүҙ әйткәне булманы. Киреһенсә, ир-егет ашханаға ингәнендә, утын-һыуын тотоп инеп, “ни кәрәк тә, ни кәрәк” тип кенә торалар. Был йомоҡ башҡорт ҡыҙының йүгермәләп йөрөп тырыштырыуы, ҡарашын күтәреп
ҡарамағанда ла, йөҙөндә асыҡ сырай булыуы барыһына ла хуш килә. Олораҡтары “дочка”, йәшерәктәре “сестренка” тип өндәшкеләй. Унда ла рәхәт булып китә. Аштарын мулыраҡ, икмәктәрен ҡалыныраҡ итеп тоттороп ебәрә. Яҡшы мөнәсәбәткә ни етә инде.
Лесничество хужаһы Борис Федорович та ҡәнәғәт ашнаҡсы менән. “Ай-да, красавица! Ай-да, умница!” – тип, ҡыҙартып та ташлай. Йыш ҡына янына инеп, оҙаҡлап хәбәр һөйләп ултырыуы ғына уңайһыҙландыра, әммә бындай оло хужаға ярайҙыр, күрәһең.
Иҫәпләү-һанауға ла оҫтарҙы. Ул былай ҙа һандарға шәп ине, ҡабул ителгән, тотонолғанды йәһәт кенә сығарып тултырҙы таблицаларын, отчеттарын да тикшереүселәр бәйләнмәҫлек итеп эшләп өйрәнде. Счет төймәләрен шарт-шорт тартҡылап, ҡағыҙҙарға күмелеп ултырғанында әсәһе: “Йә инде, манауҙы ла аңдай икән әҙәм,” – тип аптыраған булды ла эстән маһайып йөрөнө. Кем шунан бында былайтып төймә тартып, урыҫса уҡып-яҙып ултыра. Уның ҡыҙы!
Дауамы бар.
–––––––––––––––––––
Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"