Йәмғиәт
21 Июнь 2021, 03:44

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун икен

Бер аҙыраҡ танһыҡтары ҡанғас, илашып та бушанғасмы, Сәғиҙә усаҡ яғына ынтылды: – Ҡулғипмәк һалғайны

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА

Бетерә шаршыһы

повесть

Ун икенсе өлөшө

 

Бер аҙыраҡ танһыҡтары ҡанғас, илашып та бушанғасмы, Сәғиҙә усаҡ яғына ынтылды:

– Ҡулғипмәк һалғайным да һаң, белгән һамаҡ, – усағының ҡалай тимер ҡапҡасын да, шуны терәтеп ҡуйған кирбесен дә яланғас ҡулдары менән алып, эстәге табаны һөйрәне лә, өҫтө һарғайып сыҡҡан ус аяһындай ҡалынлыҡтағы сөсикмәкте бармаҡтарында һикертә-һикертә алып килеп, урындыҡҡа йәйелгән киндер япмаға һалды. Унан тағы берәүһен шулай итте. Бала саҡтың, тыуған йорттоң татлы еҫе танауҙы ҡытыҡлап ҡына килеп инеп, мейегә үтте лә, әллә ниндәй хисле иҫтәлектәрҙе терелтеп ебәрҙе. Хәтирә, түҙмәй, эҫе түңәрәктең бер ситен һындырып ҡапты:

– М-м-м... – унан урындыҡҡа салҡан ауҙы, – бындай икмәк тәмен онотҡанмындыр, тиһәм.

– Күҙеңә сүп төшмәһен, балам, ятып ашама әпәкәйҙе, - әсәһе хас әүәлгесә шелтәләне, усаҡ ситендәге әле баҙырашып ятҡан ҡуҙҙарҙы өрә-өрә самауырына төшөргәндә. Әйтерһең, ҡара тамғалы алты йыл булмаған да, был йылдар икеһенең дә сәсен ағартмаған.

Мәтрүшкәле сәй, сөсикмәк булған табынға йәш ҡорот та ултыртылды. Башҡа һый юҡ та, кәрәк тә түгел ине. Шулай ҙа әсәһе аҡланды:

– Атаң бумағаны бире мал тоталмайым инде, балам. Һыйыр бумағас, аҡ та юҡ. Солоҡтарын да башта Рәйсә килендең малайҙары ҡараштыра ине, улар колхоз эшенә егелгәс, ҡорто осоп китеп бөткәндер инде һәҙер. Килен мынау ҡоротон индерҙе әле үткәндә. Ир балларына таянып, мал тота әле ул, – унан ҡапыл иҫенә төштө. – Ырҙаман ағаңдың үлгәнен дә белмәйһеңдер әле.

Хәтирәнең сәйе тамағына торҙо, ике туған ағаһы, елкәһендә аҫылындырып йөрөтөп үҫтергән ағаһы ине бит Рамаҙан. Ул һүҙһеҙ генә башын сайҡаны.

– Ҡырғөстөң ҡышы килде микән бахарункыйы... әллә ҡырығ дүрткә сыҡты микән? Ней буһа ла, ҡыш ине инде. Рәйсә киленем алты бала менән торҙо ла ҡалды мына, - әбей ауыр көрһөндө. – Улай тиһәң, өй беренсә инде алар, толдар. Мынау яҡтан Әсмә утыра атаһын күрмәгән балаһын ҡосаҡтап... ары Маһираның Көлсөмө өс баламан... Сәлихтың Сәйҙәһе лә бахарунный алды, тинеләр...

Хәтирәнең ҡолағы зыңлап китте лә ишетмәҫ булды. Һуңғы йылдарҙа ҡапыл көйгәндә шулайтыр булып китте, әллә нишләп. Башындағы тауыш тынғанда, Сәғиҙә һаман һөйләй ине әле:

– ... Ҡайтҡандарҙан йәмғеһе шулар ғына. Уларының да Хәмите – һыңар бот, Хөрмәтенең ҡулдары эшкинмәй тей, тағы остан бер йәш ир таяҡҡа таянып үткеләй.

– Сәғит... ҡайттымы... икән? – Хәтирә был һорауҙы биргәнен һиҙмәй ҡалды.

Әсәһе “йәлп” итеп ҡарап алды ла, яулыҡ осон тартып, тирләп сыҡҡан ауыҙ тирәһен һөрттө.

– Уҡытыусы Факиһаның улын әйтәңме? – йәнәһе, белмәй булды. – Ул бала ярты йыл тирәһе әүәл генә ҡайтып төштө. Бер мәл юғалған, тигән дә хәбәр буғайны. Аҙаҡ табылған булып сыҡтымы? Һуғыш бөткәс тә, ҡайтмай, ҡайҙалыр һеҙмәт итеп йөрөгән, тейҙәр.

– Баллары үҫеп торғандыр инде...

– Үһәрҙек балаһы юҡ бит аларҙың, - әбей китек кәсәһенең төбөн сайып, ер иҙәнгә һирпеп ебәрҙе лә ҡабаттан сәй ҡойҙо. – Әллә ништәп балаға уҙманы шу килен. Һуғышҡа саҡты ла аҙыраҡ тороп ҡалдылар, әле лә, һау бисәгә эшме ней ул.

Ошонан ары һүҙһеҙ ҡалдылар. Ултыра торғасыраҡ, Сәғиҙә, күҙен йәшереп, алдындағын рәтләштергән булып, тағы һүҙ ҡушты:

– Кейәү тураһында хәбәр-хәтерең юҡтыр...

– Кейәү?.. Ғимранды әйтәһеңме ни? Ул ниндәй кейәү булһын һиңә, – күңелһеҙ генә көлдө үҙе.

– Аһ-аһ! Һине никахтап алғас һуң, кейәү булмай, кем була? Талаҡтап айырмаған, һин икенсегә бармаған...

– Ҡуйсы, әсәй, эсте бошормайыҡ әле шуны иҫләп.

Сәғиҙә, риза булып баш һелкһә лә, әйтәһен әйтеп, ослап ҡуйҙы:

– Анда, Аллаһ китабында, һеҙ хәләл әле, шуға ғына әйтәм дә.

Ары гәпләшеү яйлап ҡына ауыл тирәһендә, таныш-тоноштар араһында барҙы. Тик икеһе лә Хәтирәнең күргән-кисергәндәрен ҡуҙғатманы. Әсәһе ул хаҡта тыңлай, ҡыҙы һөйләй алмағанғалыр.

 

Ауылда йәшәүенә лә күнегеп бара. Шулай ҙа әле һаман таң һарыһында уянып, ҡайҙалығын онотоп, тамаҡ ярып ҡысҡырып уятыусыны һағайып көтөп ята. Унан әтәс тауышын ишеткәс кенә, еңел һулап, йә һулҡылдап илап, йә көлөп ебәрә. Унда ла тора, ары-бире итә, мал ҡыуыусыларҙан алда ҡотоҡҡа һыуға барып килә. Ошо көндәрҙә ҡыйралып ятҡан ҡоймаларҙы ипләштерҙе, әсәһенең ус аяһындай ғына ергә ултыртҡан картуфын ҡаҙып алды. Тора-бара, яйлап, ситһенә биреп булһа ла, ҡатын-ҡыҙ менән аралаша башланы. Уларға ҡушылып, колхоз эшенә сыҡты, асыла, алсаҡлана төштө. Әсе теллеләрҙең “төрөмшик” тип мыҫҡыллауына ҡолаҡ һалмағанда, зар-хәсрәт араһында тереклек табып йәшәгән ауылдаштары араһында ят бауыр булманы. Төпсөнгән кеше лә булманы артыҡ, һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, үҙ көнө ине.

Иң ҡурҡҡаны Сәғитте осратыу булғайны, уныһын да үткәрҙе. Ураҡтан ҡайтып килә ине, артынан ишетелгән ат тояҡтары тауышын ишетеп, юлдан ситкәрәк сыҡты ла, үҙ уйҙары тотҡононда булып, бара бирҙе. Тик һыбайлы уға тапҡырлағас та үтә һалып китмәгәс, ҡайырылып ҡараны ла тигеҙ ерҙә һөрөнөп китте. Ат өҫтөндәге Сәғит ине. Шул уҡ! Үҙгәрмәгән, аҙ ғына ла ҡартаймаған да әллә?

– Ни хәл?

Бер генә тәрән итеп тын алды ҡатын:

– Арыу әле...

– Ауылға ҡайттыңмы? – ир кеше лә һүҙ һайлай, күрәһең.

– Ҡайттым.

Бер аҙ өнһөҙ барҙылар. Ир атынан төшөп, йәнәш атланы.

– Ҡалаңмы?

Хәтирәгә саялығы ҡайтты, көлөп тура ҡараны:

– Ҡыуаңмы?

Сәғит уның ҡарашын тотоп йылмайҙы:

– Юҡ.

– Ҡыумағас, йөрөй бирәйем.

Тағы һүҙҙәр өҙөлөп ҡалды.

Тик ир үтеп китергә ашыҡманы.

– Хәтирә?..

– Ы? – ҡатын ҡарашын юлдан алманы.

– Теге мәл... нишәп улайттың ул һин?

Йөрәге семетеп ҡуйҙы, тик башын иҫәргә һалды:

– Ҡайы мәл ул? Минең хәҙер мәлдәрем буталған инде.

– Теге...

– Сәғит! Бер нәмә лә иҫтәгем килмәй – иҫтәтмә лә. Онотҡанмын... барын да.

– Онотҡаның?.. Шулай еңелме?

– Онотмаҫлыҡ нимә бар?

Ир ҡапыл ярһыны:

– Оноттоң инде атыу? Ярай алайһаң! – ҡапыл һикереп атына менде лә йүгән осо менән бер ғәйепһеҙ менгеһенең янбашына һыҙыра тартты. Тегеһе үрәпсеп, алға ынтылды. Артынан саң ҡойоно ғына өйөрөлөп ҡалды.

Дауамы бар.

–––––––––––––––––––

Дуҫтар! Көн һайын әҫәр уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун икен
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА Бетерә шаршыһы повесть Ун икен
Читайте нас