20 июнь – Медицина хеҙмәткәре көнө
1969 йылдың йәйе… СтәрлетамаҡБелорет юлынан әркен генә ГАЗ-51 йөк машинаһы елдерә. Соҡорсаҡырлы таш-ҡом түшәлгән юл. Шофер Ткачук та, уның эргәһендә
ултырған йәш кенә ир ҙә үҙ уйҙарына сумған…
Йәш ир - Петровскиға йүнәлтмә буйынса эшкә китеп барыусы табип Зәки Сәхәпов. Бер ҡалҡыулыҡҡа еткәс, шофер машинаны туҡтатты ла, “Айда, что-то покажу” тип, юлсыны алғараҡ саҡырҙы. Зәки алдында ҙур ғына ауыл күрҙе. Бөтә ғүмере ошо яҡтарҙа үтер тип ул саҡтарҙа уйламағандыр ҙа, әлбиттә. Һәм бына илле йылдан ашыу ул ғаиләһе менән ошо ауылда йәшәй.
- Бала сағым бик ауыр ваҡыттарға тура килде. 1938 йылғымын, 1941 йылда ҡустым донъяға килгән. Атай һуғышҡа киткән, әсәй ҙә вафат булған, ҡустым менән икебеҙ тома йәтим булып олатай ҡулында ҡалғанбыҙ, - тип ғүмер йомғағын һүтә Зәки Хәмит улы.
- Оҫта ҡуллы Ахун олатай беҙҙе аслыҡтан һаҡлап, Урал аръяғына, Баймаҡ, Сибай яҡтарына алып киткән. Һуғыш бөткәс кире тыуған яҡтарға ҡайттыҡ. Миңә 16 йәш тулғас ул: “Улым, хәҙер ҙур үҫтең, үҙеңде-үҙең ҡарарға ваҡыт”, - тине. Мин электромонтер һөнәрен үҙләштерер өсөн Өфөгә индустриаль техникумға юлландым. Ашарға ла юҡ, кейергә кейем дә. Таныш егеттәр менән Сибайға төҙөлөшкә сығып киттем. Унда бер йыл самаһы эшләгәс, армияға алындым. Өс йыл академик Сахаровтың имениеһын һаҡлаған часта хеҙмәт иттем...
Сәмле егет әрменән һуң медицина институтына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап ҡулына табип дипломы ала. Өс урынға эшкә барырға тәҡдим була. Береһе - тыуған яғынан йыраҡ түгел Ҡырмыҫҡалыға. Ниңәлер бар яҡтарҙы ла йөрөп сығайым тип, Ишембай яҡтарына сығып киттем, тип хәтерләй замандашым. Петровский – элекке Маҡар районының үҙәге. Ҙур ғына район дауаханаһында үҙәк корпус, ятаҡ палаталар, процедуралар, рентген кабинеты, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлмәһе бар. Ситтәрәк инфекция корпусы, тиҙ ярҙам күрһәтеү пункты, лаборатория, бала табыу бүлексәһе, балалар бүлексәһе урынлашҡан. Эшкә килеп күп тә үтмәй, Зәки Хәмит улының белемле, төрлө яҡтан һәләтле икәнлеген күреп, дауахананың баш табибы итеп ҡуялар. Уға ауыр ғына шарттарҙа эш башларға тура килә, сөнки район үҙәге тип Ишембай билдәләнгәс, табиптарҙың күбеһе ҡалаға китә, шул сәбәпле дауаханаға белгестәр етешмәй. Яңы амбулаторияның нигеҙен һала башлағандар ҙа туҡтап ҡалғандар. Транспорт яғы ла бик насар. Ләкин йәш хужа ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Поликлиника төҙөргә кирбес ташыта, ҡыйығына диләнкә алып, бөтә буш хеҙмәткәрҙәр менән урманға барып ағас алып ҡайта. УАЗик та алып ебәрәләр. Дауахана тормошо бермә-бер йәнләнә. Дүрт-биш табип эшкә килә.
Быларҙың барыһы ла Зәки Сәхәповтың тырышлығы арҡаһында булдырыла. Көндөҙ ауырыуҙарҙы дауалай, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл, төнөн - дежурҙа.
“Ҙур сумкаһын тотоп, атлап түгел, йүгереп йөрөй бит ул”, ти торғайны ауыл халҡы уның тураһында. Тәртипте лә ныҡ тотто, дөрөҫлөктө яратты. Шул уҡ ваҡытта күңелле кеше булды. Баш табип вазифаһын ҡалдырғас та, беҙ, дауаханала эшләгән кешеләр, Зәки Хәмит улының борсолғанын, эшкә ҡул һелтәп ҡарағанын күрмәнек. Ул элекке кеүек коллективта төп фигура булып ҡалды. Һәр нәмә менән ҡыҙыҡһынды, бөтә хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итергә тырышты. Пенсияға сыҡҡас та 8-10 йыл эшләп, икенсе эшкә күсте. 83 йәше тулһа ла әле һаман Ишембайға йөрөй, һайлауҙар буйынса етәкселәр рәтендә ул. Йыйылыштарҙа, сходтарҙа ла әүҙем ҡатнаша, халыҡтың хәлен еңеләйтәйем, тип тырыша. Бөтә был эштәргә Зәки Хәмит улы Сәхәповты дәртләндереп, көс биреп торған яҡындары - тормош иптәше Рәйлә Абдулла ҡыҙы, улы, килене, ейәндәре, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары бар. Артабан да дәртдарманың һүнмәһен, замандаш!