Торатау
+23 °С
Облачно
Ышаныс телефондары
Вк
Телеграм
Макс
Йәмғиәт
20 Июня 2021, 04:50
Ауылдаштары һаулығы һағында
Һайран ауылында 2019 йылда асылған фельдшер -акушерлыҡ пункты тыштан да күркәм, эстән дә барлыҡ уңайлы шарттар менән халыҡты һөйөндөрә.
20 июнь – Медицина хеҙмәткәре көнө
Һайран ауылында 2019 йылда асылған фельдшер -акушерлыҡ пункты тыштан да күркәм, эстән дә барлыҡ уңайлы шарттар менән халыҡты һөйөндөрә.
Республикала ФАПтарҙы төҙөкләндереү, яңыларын төҙөү буйынса алып барылған эштең һөҙөмтәһе булды ул. Был тараф халҡы фельдшерынан да уңған - Лариса Абдуллина хәҙер утыҙ йылдан ашыу ауылдаштары өсөн оло таяныс.
1991 йылда, Стәрлетамаҡ медицина училищеһын тамамлағандан һуң, Әптек ҡыҙы Һайранға йүнәлтмә менән эшкә килә һәм шул осорҙан ауыл халҡының сәләмәтлеген хәстәрләй. Ошонда ғаилә ҡороп, төпләнеп ҡала, тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ауылда йәшәйәсәкмен, тигән бала саҡтағы теләге тормошҡа аша Лариса Фәнир ҡыҙының.
Күпте күргән тәжрибәле фельдшер элекке менән бөгөнгөнө сағыштыра ала. Эш урыны йылы, һыуы, канализацияһы көйләнгән. Бар кәрәк йыһаздар булған бүлмәләрҙә эшләүе лә күңелле. Лариса Фәнир ҡыҙы ҡарамағында әлеге көндә 207 кеше, улар араһында ололар ҙа, балалар ҙа байтаҡ. Ҡабул итеү менән бер рәттән, кәрәк саҡта кешеләргә йорттарына барып та ярҙам күрһәтергә кәрәк.
- Медицинала ауырыуҙың күңеленә ышаныс, өмөт тә һала белергә кәрәк. Байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремә иң изге теләктәрем - ауыр эштәрендә түҙемлек, сәләмәтлек юлдаш булһын, көс етмәҫлек сирҙәр кәмеһен. Пандемия беҙҙе төрлө яҡлап һынай, артабан да бирешмәйек, - тине һөнәрен көндәлек түҙемле эше менән данлаған замандашыбыҙ.
Автор фотоһы.
Автор:
Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"