Йәмғиәт
19 Июнь 2021, 19:15

Ауыл хәбәрҙәре

Таҙалыҡ көндәре, экологик өмәләр Иҫәкәйҙә йыш үткәрелеп тора. Бер нисә көн элек клуб ҡырындағы стела биләмәһен таҙартып, үләнен сабыу буйынса ауылдашыбыҙ Даутов Әҙһәм ҙур ярҙам күрһәтте. Бөгөн иһә Рәүҙәк йылғаһы буйындағы Арал яланын тәртипкә килтерҙек.

Күрше Ибрай ауылы егете Баһаутдинов Фәнискә, трактор менән ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн, ауылдаштар исеменән ҙур рәхмәт!
Өмәлә 25 кеше ҡатнашты. Бөгөнгө өмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!
Читайте нас