Бөгөн Этҡол ауылында “Автоледи-2021” район конкурсы үтте. Унда Ҡыяуыҡ, Ҡолғона, Байғужа, Йәнырыҫ, Смаҡай ауылдарынан ете машина йөрөтөү оҫтаһы ҡатнашты.
Конкурсанттарҙың йәштәре лә, машина йөрөтөү стаждары ла төрлө ине. Иң тәжрибәлеһе – хәҙер инде 22 йыл руль артында, иң йәшенең машина йөрөтөүенә әле бер йыл да тулмаған. Улар үҙҙәре менән таныштырыуҙа, машина менән бормалы юлдан үтеүҙә, гаражҡа инеп ултырыуҙа, юл ҡағиҙәләре буйынса теория һорауҙарына яуап биреүҙә белемдәрен, оҫталыҡтарын һынаны.