Йәмғиәт
19 Июня 2021, 09:25

Аҡ күбәләк нимәне яратмай?

Баҡсағыҙҙа кәбеҫтә үҫентеләрен аҡ күбәләктәр һырып алһа, ни эшләргә?

Баҡсағыҙҙа кәбеҫтә үҫентеләрен аҡ күбәләктәр һырып алһа, ни эшләргә?
Тәжрибәле баҡсасылар әйтеүенсә, һеҙгә был осраҡта сәй содаһы ярҙамға киләсәк - уны кәбеҫтәләргә зыян килтергән аҡ күбәләк яратмай. Ошо ҡоротҡостар күренә башлау менән йәшеләсәгә тәүҙә һыу, унан өҫтөнә сәй содаһы һибергә кәрәк.
Сода япраҡтарға йәбешеп ҡалырға тейеш. Уның кәбеҫтәгә зыяны юҡ, ә ҡорттарҙы бөтөрә.
Әйткәндәй, йәшелсә бетенән дә шулай ҡотолорға мөмкин. Ун литр һыуға дүрт аш ҡалағы сәй содаһы һалынған иретмәне кис йәшелсәгә һибергә кәрәк. Был эште 3-4 көндән йәнә ҡабатларға.
Баҡса уңышығыҙ мул булһын!
Фото: moysad.ru
Карима Усманова
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас