Йәмғиәт
18 Июнь 2021, 05:00

Криптобиокабинаға үтәһең дә...

Хәҙер ишембайҙар ҙа «Криптобиокабина» программа-техника комплексы ярҙамында биометрик сит ил паспортын оформить итә ала.

Хәҙер ишембайҙар ҙа «Криптобиокабина» программа-техника комплексы ярҙамында биометрик сит ил паспортын оформить итә ала.
Ишембайҙағы Күп функциялы үҙәк филиалында (Гагарин урамы,1) урынлаштырылған был ҡоролма һанлы фотокамера, күләгәһеҙ яҡтылыҡ системаһы, бармаҡ эҙҙәре, документтар сканерҙары менән йыһазландырылған. Комплекс 10 йылға иҫәпләнгән яңы быуын сит ил паспортын алырға теләгән граждандарҙың биометрик мәғлүмәттәрен йыйыу процесын автоматлаштыра.
Ғариза биреүселәрҙе ҡабул итеү 8-927-33-33-100 телефоны буйынса алып барыла, Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре төрлө һорауҙарға яуап бирергә, ярҙам итергә әҙер.
Паспортты эшләү ваҡыты – бер ай. 14 йәштән үткән граждандар өсөн был хеҙмәттең хаҡы 5 мең һум, 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн – ике тапҡырға осһоҙораҡ. Дәүләт пошлинаһын Күп функциялы үҙәктә урынлаштырылған терминалдарҙа түләргә була.
Мөрәжәғәт итеү статусын Дәүләт хеҙмәттәре порталында (https://www.gosuslugi.ru) һәм Күп функциялы үҙәк республика дәүләт автономиялы учреждениеһының рәсми сайтында (https://mfcrb.ru) “Шәхси кабинет”та күҙәтеп барырға мөмкин. Документтың әҙер булыуы тураһында ғариза биреүсегә телефон аша хәбәр итәләр.
Күп функциялы үҙәктә сит ил паспортын рәсмиләштереү өсөн түбәндәге документтар талап ителә:
- сит ил паспортын биреү тураһында ғариза (Күп функциялы үҙәктә яҙыла);
- ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документ;
- бәлиғ булмаған баланың йәки эшкә һәләтһеҙ граждандың законлы вәкиленең шәхесен һәм вәкәләттәрен раҫлаусы документ;
- 3,5х4,5 см ике фото;
- ғәмәлдәге сит ил паспорты;
- 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге ирегеттәргә – хәрби билет.
Өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ 8 (347) 246-55-33 контакт-үҙәк телефоны буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас