Йәмғиәт
18 Июнь 2021, 18:27

Балалар дөрөҫ йүнәлеш алған

Ишембай ҡалаһында ошо аҙна «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» XV республика слет-конкурсы үтте. Быйыл ул Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты нигеҙендә ойошторолдо.

Ишембай ҡалаһында ошо аҙна «Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» XV республика слет-конкурсы үтте. Быйыл ул Ә. Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернаты нигеҙендә ойошторолдо.
«Ҡурсаулыҡ утрауҙары дуҫтары» хәрәкәте - өлкәндәр һәм балалар йәмәғәт ойошмаһы, тәбиғәт ҡурсаулыҡтарын һәм беҙҙең илдең мәҙәни мираҫын һаҡлаусылар берләшмәһе булып тора.
- Слетты үткәреү урыны итеп “Торатау“ геопаркы һайланды. Һәм был осраҡлы түгел. Бында ситтән тороп һайлап алыу этабын үткән, Башҡортостадың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләренән 15 команда ҡатнаша. Командалар - экологик тикшеренеүҙәрҙә төплө белем күрһәткән, үҙҙәренең “ҡурсаулыҡ утрауында” тәбиғәтте файҙаланыу эштәре менән республика слетында ҡатнашыу хоҡуғын яулаған уҡыусылар, - тип уртаҡлашты Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева.
Өс көн дауамында йәш экологтар үҙенсәлекле сараларға бай программала ҡатнаша – экологик проекттар конференцияһы, «Робинзонада» экология марафоны һәм башҡа ярыштар бай тәьҫораттар ҡалдырасаҡ. Бынан тыш мәҙәни программа-сәйәхәттәр, Торатауға менеү ҡаралғайны. Был слетҡа республикабыҙҙың айырым һаҡлаулы тәбиғәт объекттары урынлашҡан райондарҙан бөтәһе 100-гә яҡын уҡыусы һәм уларҙың етәкселәре ҡатнашты. Слетта Ишембай йыйылма командаһы ла үҙен һынаны.
- Ишембайҙың экология-биология станцияһында күптәнән бирле шөғөлләнәм. Конкурста тәүгә ҡатнашам. Беҙ ғалимдар менән осраштыҡ, күп яңы мәғлүмәттәр белдек, яңы дуҫтар таптыҡ. Бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс сара, - ти команда ағзаһы Софья Сабанова.
Балалар әүҙем, һәр береһе үҙен лайыҡлы күрһәтергә теләй. Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы хеҙмәткәре Азамат Байрамғәлин әйтеүенсә, был сараға улар ҡыштан бирле әҙерләнгән:
- Беҙҙең команда Белорет районы Инйәр ҡасабаһындағы 1-се мәктәп уҡыусыларынан тора. Мин үҙем слетта икенсе тапҡыр ҡатнашам. Балалар яҡшы сығыш яһаны. Торатауға үрләүҙе түҙемһеҙләнеп көтәләр.
Ғафури районы Красноусол ҡасабаһының башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Ангелина Дәүләтшинаның да шатлығы йөҙөнә сыҡҡан.
- Беҙ өс көн эсендә Торатау шиханына экскурсияла булып, ундағы палеонтологик объекттар менән танышасаҡбыҙ, ”Ҡыҙыл китап”ҡа кергән үҫемлектәрҙе өйрәнәсәкбеҙ. Минеңсә, был беҙҙең өсөн фәһемле сара, - ти ҡыҙ.
Шулай итеп, ярыш һөҙөмтәләре буйынса 1-се урын – Белореттан “Ирәмәл энергияһы” командаһында, Сибайҙан “Экотерра” командаһы – 2-се, Нефтекаманан “Сикһеҙ” һәм Ишембайҙан “Торатау” геопаркы исеменән сығыш яһаусы “Шоңҡар” командалары 3-сө урынды бүлеште. Гран-при яулаусы “Көньяҡ Урал ҡурсаулығы” командаһына киләһе XVI республика слет-конкурсын үҙ ерҙәрендә үткәреү хоҡуғы бирелде.
Автор фотолары.
Читайте нас