Йәмғиәт
15 Июнь 2021, 09:31

Георгин үҫтерәһегеҙме?

Баҡсасылар, ғәҙәттә, иртә яҙҙан уҡ георгиндың картуфын сәсеп ҡуя. Әммә күптәр ул шаулап сәскә атһын өсөн тәрбиә талап ителгәнлеген белеп бөтмәй.

Баҡсасылар, ғәҙәттә, иртә яҙҙан уҡ георгиндың картуфын сәсеп ҡуя. Әммә күптәр ул шаулап сәскә атһын өсөн тәрбиә талап ителгәнлеген белеп бөтмәй.
Георгинға ҡояшлы урын, уңдырышлы тупраҡ кәрәк. Азот етмәгәндә, япраҡтары бәләкәйләнә, сәскәләре лә аҙыраҡ була. Шул уҡ ваҡытта азоттың кәрәгенән артыҡ булыуы ла зыянлы: георгин буйға үҫәсәк, һуңлап сәскә атыуы мөмкин. Был осраҡта картуфы ҙурая, насар һаҡлана.
Георгин шау сәскә атһын өсөн уны фосфорлы ашлама менән туҡландырырға кәрәк. Калийға ҡытлыҡ булһа, япраҡтарына көрән таптар төшә, был осраҡта ағас көлө һибергә мөмкин. Сәскәләрегеҙ күҙҙәрегеҙҙе ҡамаштырһын, тирә-яҡҡа матурлыҡ өҫтәһен тиһәгеҙ, уларға һәр саҡ иғтибарлы булығыҙ, ваҡыты-ваҡыты менән "һөйләшеп" тә алығыҙ.
Фото: happymodern.ru
Карима Усманова
Читайте нас