Йәмғиәт
13 Июнь 2021, 05:25

Ишембай ойоҡ фабрикаһына - 65 йыл

1956 йылда барлыҡҡа килгән Ишембай ойоҡ фабрикаһы Рәсәй еңел сәнәғәте предприятиелары араһында иң ололарының береһе. Бөгөнгө көндә лә сифатлы, заманса тауарҙары менән ул үҙенең брендын үҫтереү юлында.

13 июнь – Туҡыу һәм еңел сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө

1956 йылда барлыҡҡа килгән Ишембай ойоҡ фабрикаһы Рәсәй еңел сәнәғәте предприятиелары араһында иң ололарының береһе. Бөгөнгө көндә лә сифатлы, заманса тауарҙары менән ул үҙенең брендын үҫтереү юлында.
Ишембай ойоҡ-ойоҡбаш фабрикаһы 1956 йылдың июнендә “Ишембай – трикотаж” һәм “Октябрҙең 19 йыллығы” артелдәре нигеҙендә барлыҡҡа килә. Фабриканың тәүге директоры итеп Геннадий Михайлович Бартенев тәғәйенләнә. Предприятие 1935 йылдарҙа төҙөлгән барак тибындағы ҡулайлаштырылған ағас биналарҙа урынлаша. Фабрикала 77 кеше эшләй. Күҙ алдына килтерегеҙ: бынан 65 йыл элек ойоҡ изделиелары ҡул менән хәрәкәткә килтерелә торған автоматтарҙа бәйләнә. Буяу ҙа ябай ғына ысул менән – утын менән яғылған ҡаҙандарҙа башҡарыла. Һуңғараҡ ул газға көйләнелә. Әйберҙәр ағас формаларҙа формалаштырыла, ҡояшта йәки үҙәк йылытыу батареялары эргәһендә киптерелә. Бөтә продукция материалы 100 процентҡа мамыҡтан була.
Һәр дәүерҙең үҙ геройҙары тигәндәй, оло быуынға был исемдәр күп нәмә хаҡында һөйләр. 1957 йылдан алып 1965 йылға тиклем фабрика директоры булып Василий Тимофеевич Березин эшләй. Уның етәкселегендә буяу цехы төҙөлөп бөтә, буяу-биҙәкләү ҡорамалы һатып алып ҡорола. 1965 йылдан етәкселек вазифаһына Әхмәтғәлей
Әхмәтгәрәй улы Шәфиев тәғәйенләнә. Ул был эште 1980 йылға тиклем башҡара. Ошо осорҙа бәйләү цехының өс ҡатлы корпусы төҙөлә, идаралыҡ, буяу цехының яңы бинаһы барлыҡҡа килә.
Әхтәм Хәмиҙулла улы Мәзитов директор булып эшләгән йылдарҙа ла (1980-1997) фабрика үҙенең үҫешен дауам итә, танылыу ала бара. Иң юғары күрһәткескә предприятие 1990 йылда өлгәшә. Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ йоғонтоһо арҡаһында 1991 йылдан производствоның түбәнейеүе күҙәтелә, ул 1996 йылға тиклем дауам итә.
1997 йылдан алып 2015 йылғаса фабриканың генераль директоры вазифаһында Александр Тимофеевич Яхонтов тырышты. Уның етәкселегендә фабрика барлыҡ
ауырлыҡтарҙы үтеп, көрсөк хәленән сыға. Александр Тимофеевичтың хеҙмәте юғары баһалана. Ул Отличие билдәләре, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының, ҡаланың Почет грамоталары менән бүләкләнә, предприятиеға “Рәсәй маркаһы” миҙалы тапшырыла. Ә 2003 йылда Рәсәй Федерацияһының Сәнәғәт, фән һәм технологиялар министрлығы тарафынан яҡташыбыҙға “Туҡыу һәм еңел сәнәғәттең почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Юлия Владимировна Яхонтова етәкселек иткән осор ҙа (2015-2018) фабрика тарихына ыңғай үҙгәрештәр индерә. Был ваҡытта предприятие тарафынан халыҡ -ара компания менән лицензия килешеүе төҙөлә.
2018 йылдан алып коллективты Сергей Александрович Трапезников етәкләй. Уның етәкселегендә Башҡортостандың сауҙа селтәрҙәрендә генә түгел, интернет майҙансыҡтарында ла һатыу баҙарын киңәйтеү буйынса эш алып барыла.
Бөгөнгө көндә предприятие тулыһынса мамыҡтан эшләнгән ойоҡ-ойоҡбаш изделиеларын - балалар, ҡатын-ҡыҙҙар колготкиҙары, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойоҡбаштар сығарыуҙы дауам итә. Гипоаллерген ассортимент тире менән проблемалары булған һатып алыусылар араһында айырыуса ҙур һорау менән файҙаланыла.
Предприятиеның Италиялағы Lonati фирмаһының заманса компьютерлаштырылған ҡорамал менән йыһазландырылыуы иң нәзәҡәтле һатып алыусылар өсөн дә киң ассортиментта ойоҡ-ойоҡбаштар етештерергә мөмкинлек бирә. Бының өсөн танылған етештереүселәрҙән юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа сеймал – мамыҡ, бамбук, етен, вискозаны эластан ептәр менән берләштереп ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Предприятие спорт һәм медицина тәғәйенләнешендәге продукция сығарыуҙан тыш, һуңғы осорҙа шәхси заказдар буйынса эш алып бара.
- Бөтә продукция сертификация үткән һәм донъя стандарттары кимәленә тура килә. 2017 йылдан алып предприятие “Башҡортостан продукты” төбәк брендына конкурста ҡатнаша. Беҙ етештергән тауарға был билдә бирелде һәм “Башҡортостан продукты” дипломын да алдыҡ. Фабрика мәртәбәле йәшкә етһә лә, мода менән бергә атлаған замандаштарыбыҙ зауығын хәстәрләйбеҙ. Беҙ етештергән әйберҙәрҙе стиль, сифат, уңайлылыҡты баһалағандар кейә, - ти “Ишембай ойоҡ фабрикаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең техник директоры Галина Ермилова.
Предприяте белгестәре тарафынан “Башҡорт стиле” бренды аҫтында башҡорт символикаһы элементтары менән сувенир коллекцияһы әҙерләнеүе лә билдәле. Башҡорт телендә “Аҡыллым”, “Һылыуҡай”, “Сәләм”, “Дәртле егет” кеүек халыҡсан һүҙҙәр яҙылған ойоҡбаштарҙы ла, моғайын, күптәрегеҙ күргәндер.
Әлеге көндә балалар, өлкәндәр өсөн ойоҡойоҡбаш изделиелары ассортименты яҡынса 300 модель тәшкил итә. Төрлө йәштәге һатып алыусыларҙың талаптарын ҡәнәғәтләндергән сифатлы тауар етештереү – төп маҡсатыбыҙ, тиҙәр предприятие хеҙмәткәрҙәре. Шуға ла бәләкәй магазиндарҙа ла, Рәсәйҙәге эре сауҙа селтәрҙәрендә лә улар үҙ һатып алыусыларын таба. Предприятиеның эшен уның тырыш хеҙмәткәрҙәре күтәрә. Ошо көндәрҙә фабрикала улар менән күрешеп әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Тегеү цехында сеймалды һәм материалды сортировкалаусы Зөлфиә Садыҡова күптәндән фабрикала эшләй.
- Яратып башҡарған эшең булыу – үҙе бәхет. Коллективым да һәйбәт, шарттар ҙа яҡшы. Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремә һаулыҡ теләйем, барыһына ла эштән кинәнес алып хеҙмәт итергә яҙһын, - тине Зөлфиә Алтынбулат ҡыҙы.
Буяу цехының формировкалау участкаһында хеҙмәт итеүсе Минегөл Фәтҡуллинаның да фабрикала эш тәжрибәһе ҙур – 2004 йылдан формировкалаусы бурысын башҡара.
- Эшем еңелдән түгел, ләкин бик оҡшай. Етәкселәр ҙә аңлап тора, коллективым да матур. Кешеләргә сифатлы, матур продукция етештереүебеҙ өсөн шатмын. Үҙебеҙ ҙә шуны рәхәтләнеп кейәбеҙ. Бөтә хеҙмәттәштәремә сәләмәтлек, ғаиләләренә татыулыҡ теләйем, - тигән ихлас теләктәрен дә еткерҙе Минегөл Ишбулды ҡыҙы.
Һәр беребеҙ ҡулланған продукцияһы менән дан алған Ишембай ойоҡ фабрикаһы киләсәктә лә үҙенең исемен юғары тоторона ышаныс ҙур. Сөнки улар һәр заманда сифатҡа өҫтөнлөк бирә. Предприятиеның иҡтисади именлеге нигеҙе ошоға тығыҙ бәйле.
Автор фотолары.
Читайте нас