Әрмет ауылы тарихы биттәренә күҙ һалғанда, бынан яҡынса 400 йыл элек Әрмет йылғаһы буйына ете ғаилә күсеп килеп донъя көтә башлаған тигән фараз бар. Бына ошо осорҙан бирле бихисап быуын кешеләре ошо Әрмет йылғаһы һыуын ҡулланып йәшәгән һәм йәшәй.
Әрмет йылғаһы йылдар үтеү менән борсолоуҙар ҙа өҫтәне. Түбәнге Әрмет ауылы буйлап аҡҡан йылғаның уң яҡ яры ашалып халыҡҡа күп мәшәҡәттәр, хафа һалды. Яҙғы ташҡындарҙа ярҙары күсә килеп баҡсалар майҙанын да кәметте. “Әрмет” колхозы булған ваҡыттарҙа бер нисә мәртәбә юлы үҙгәртеп ебәрелгән булған.
Һуңғы ун йылдар самаһы ауылыбыҙҙың үҙәк И.Ғиззәтуллин урамы буйындағы тыҡырыҡ һәм 128,126,124 номерлы хужалыҡтарҙың баҡса ярҙары көслө ташҡын ағымдарынан ишелеп эскә инде. Баҡса арты ярҙарын төрлө ысулдар менән һаҡлап ҡалыу өсөн имән бағаналарҙан дамбалар эшләүҙең дә, ағастар ултыртыуҙың да файҙаһы булманы.
2021 йылдың ғинуар айында ауылыбыҙҙың хәкимиәт башлығы Әнүр Шаһиев, ир-егеттәр менән һыу буйҙарын ҡарап сыҡҡандан һуң, йылға юлын үҙгәртергә кәрәк тигән ҡарарға килде. Бының өсөн байтаҡ сығым талап ителгәнен байҡап, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек. Ауыл халҡы менән осрашыу барышында район хәкимиәте башлығы Азамат Абдрахманов быйыл был эште башҡарып сығыуҙа ярҙам итәсәген белдерҙе.
Һәм бына, ниһайәт, 31 майҙан алып 4 июнгәсә ауылда йылға буйында ҙур эш барҙы, 100-120 метр оҙонлогонда ер ҡаҙылып, Әрмет йылғаһы үҙенең бик күп йылдар элек аҡҡан юлына ҡайтып аға башланы.
Был эште район хәкимиәте башлығы ҡушыуы буйынса “Асфальт-бетон заводы” предприятиеһы етәксеһе Ринат Юлғотлин үҙ өҫтөнә алды. Эшен яҡшы белгән оҫта тракторсы Йомағол Әлимғолов көслө тракторы менән дүрт көн тигәндә ҙур эш башҡарҙы. Йылғабыҙ хәҙер бәлә-ҡаза килтермәй тыныс ҡына аға бирһен ине, тигән теләктәбеҙ. Ә беҙ, ауыл халҡы, Азамат Фәрит улы Абдрахмановҡа, Әнүр Әҙһәм улы Шаһиевҡа, Ринат Урал улы Юлғотлинға, Йомағол Минеғол улы Әлимғоловҡа һәм был эш өсөн тырышлыҡ һалған барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.