Йәмғиәт
12 Июнь 2021, 15:58

ХЕҘМӘТЕГЕҘГӘ ДАН!

11 июнь, Рәсәй көнө алдынан, баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы. Улар араһында сәнәғәт тармағында тырышыусы яҡташтарыбыҙ ҙа бар.

11 июнь, Рәсәй көнө алдынан, баш ҡаланың Профсоюздар йорто алдында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров йөҙләгән кешегә “Хеҙмәт даны” миҙалы тапшырҙы. Улар араһында сәнәғәт тармағында тырышыусы яҡташтарыбыҙ ҙа бар.
Республикала тәүгә тапшырылған был миҙал көмөштән эшләнгән. Уның йөҙөндә ҡурай сәскәһен ҡосҡан ҡулдар һынландырылған. Уң яғына башаҡ, һул яғына тешле тәгәрмәс ҡуйылған, улар таҫмалар менән уратып алынған. Өҫтөндә - “Башҡортостан Республикаһы”, аҫтында “Хеҙмәт даны” тип яҙылған. Миҙалдың икенсе яғында баҫыу һүрәтләнгән.
Тантаналы сараны асып, Радий Хәбиров был көндөң тарихи әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
- Профсоюздар йорто алдындағы майҙан бөгөнгө тантана өсөн юҡҡа һайланманы. Профсоюздар тәү сиратта хеҙмәт кешеһенең хоҡуҡтарын яҡлау менән шөғөлләнә. Был наградаларҙы 12 июнь – Рәсәй көнө алдынан биреү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Өсөнсөнән, был майҙанда бөйөк Мостай Кәримдең һәйкәле тора. Ул - Социалистик хеҙмәт Геройы, үҙ иленең ысын улы һәм тыуған ерен данлаған бөйөк шәхес. Бөгөн был майҙанға төрлө һөнәр эйәләре саҡырылды. Һеҙҙең барығыҙ ҙа республиканың именлеге өсөн үҙ өлөшөн индергән шәхестәр.
Республика Башлығы миҙалдарҙы Башҡортостандың халыҡ ҡоралдары милли оркестры уйнаған тантаналы көй оҙатыуында тапшырҙы. Ысынлап та, миҙалды төрлө һөнәр эйәләренең алыуы иғтибарға лайыҡ. Бүләкләнеүселәр араһында табиптар, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшсәндәре, ғалимдар булыуы ҡыуандыра. “Витязь” машиналар эшләү компанияһы” акционер йәмғиәтенең программа менән идара иткән станоктарҙы һәм манипуляторҙарҙы көйләүсе БИКМӨХӘМӘТОВ Марат Йәғәфәр улы (фотола), “Ишембай махсуслаштырылған химик катализаторҙар заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры БОДРЫЙ Александр Борисович – дәүләт наградаһын алыусылар рәтендә. Күп йылдар Ишембай сәнәғәте үҫешенә хеҙмәт иткән һөнәр оҫталарын ихлас тәбрикләйбеҙ, һеҙ – яҡташтар ғорурлығы!
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас