Йәмғиәт
11 Июнь 2021, 05:50

Дуҫтар тураһында

Таратыр кәнфитең күп саҡта — барыһы ла һинең менән дуҫ булырға тырыша. Быға өҫтәп, һеҙ йомарт та икән — дуҫтар күбәйә.

Таратыр кәнфитең күп саҡта — барыһы ла һинең менән дуҫ булырға тырыша. Быға өҫтәп, һеҙ йомарт та икән — дуҫтар күбәйә.

Һуңынан — кәнфит бөтә. Таратҡас, улар әҙәйә бит. Дуҫтар һаны ла кәмей.

Һинең эргәңдә, кәнфитһеҙ ҙә аралашыр, бер-ике кеше генә ҡаласаҡ.

Көс-дәртең бөткән ваҡытта ла шулай. Бер кем дә яҙмай, шылтыратмай, килмәй. Беҙҙең бер кемгә лә кәрәгебеҙ ҡалмай. Береһенә лә, тиерлек кәрәгебеҙ ҡалмай. Теге бер-ике кешенән башҡа. Сөнки — улар өсөн һинең кәнфиттәрең түгел, һин үҙең кәрәк. Бына ошондай кешеләр менән дуҫ булырға кәрәк.

Һеҙҙең бер нәмәһеҙ ҡалған ваҡытығыҙҙа кемдәр эргәгеҙҙә ҡалды. Шулар менән дуҫ булығыҙ. Һуңынан тағы ла байрамдар тыуыр, күңел асыуҙар булыр. Күп-күп яҡшылыҡтар өйөлөп килер. Эргәгеҙҙә, теге кәнфитһеҙ сағығыҙҙа һеҙҙе ташламағандар, булһын.

Тап улар — һеҙҙең яҡын кешеләрегеҙ. Улар эргәгеҙҙә булһын. Һәр саҡ.
Читайте нас