Йәмғиәт
11 Июнь 2021, 09:35

Берҙәм ниәттәре тормошҡа ашһын

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә районда туризмды үҫтереүгә бәйле ике проект ҡаралды. Һәр яҡтан отошло ниәтте Ғүмәр ауылынан килеүселәр әйҙәүенә аптырарға түгел – тәбиғәттәренә һаҡсыл бүжәләр туристар менән ике яҡ өсөн дә файҙалы мөнәсәбәт ҡороу юлында.

Сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә районда туризмды үҫтереүгә бәйле ике проект ҡаралды. Һәр яҡтан отошло ниәтте Ғүмәр ауылынан килеүселәр әйҙәүенә аптырарға түгел – тәбиғәттәренә һаҡсыл бүжәләр туристар менән ике яҡ өсөн дә файҙалы мөнәсәбәт ҡороу юлында.
Ғүмәргә туристар ағымы йыл әйләнәһенә тынмай. Тәбиғәт бай булыуы бер, әммә әлегә ҡунаҡтарҙы ҡаршылау, уңайлы шарттарҙа урынлаштырыу йәһәтенән маҡтанып булмай. Бына ошо йүнәлештә эш башлаған да ғүмәрҙәр.
Эшҡыуар Зилә Яхина ауылда йылҡысылыҡты үҫтереү маҡсаты хаҡында һөйләне. Хужалығында әле башҡорт тоҡомло ете аты, тиҫтәнән ашыу эре мөгөҙлө малы, техникаһы бар. Бизнес-пландарында аттар һанын дүрт тиҫтәгә еткереп, ҡымыҙ эшләү, йылҡы итенән төрлө ризыҡтар әҙерләү ҡаралған. Әле ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге 21 гектар ерҙе арендаға алыу буйынса документтар юллана. “Торатау” геопаркына ҡараған Ғүмәр тәбиғәте менән аҡыллы файҙаланыу маҡсаты тороуын аңлап, Зилә Ишғәли ҡыҙы ауылдаштарының геопарк эшенә үҙ өлөшөн индерә аласағын, туристарҙа экологик яҡтан таҙа милли ризыҡтарға ҙур һорау булыуын да әйтте. Иҫәпләүҙәр буйынса, проект 2026 йылға табышҡа сығырға тейеш. Эшҡыуар эске туризмды үҫтереүгә дәүләттән ярҙам булырына ла өмөтләнә. Әлеге этапта ул “Агростартап” программаһы буйынса 3 миллион һум күләмендәге ярҙамға дәғүә итергә әҙер. Ошо аҡсаларға аттар һәм пресс-йыйғыс алырға планлаштырғандар.
- Әлегә беҙҙең районда берәү ҙә профессиональ кимәлдә ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнмәй. Проект көн талабына яуап бирә, уны республика кимәлендәге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә тәҡдим итергә кәрәк. Ошо арала ерҙәрҙе арендалау буйынса документтарҙы хоҡуҡи яҡтан нигеҙле итеп әҙерләп ҡуйырға кәрәк, - тине Азамат Абдрахманов проект менән ентекле танышҡас. Икенсе проект авторҙары – “Бүжә” ауыл хужалығы кооперативы ағзалары. Ауылдың иң әүҙем кешеләре ошо ойошмаға берләшкән дә инде. Кооператив рәйесе Гөлдәр Хисамова агротуризмды үҫтереүгә бәйле ниәттәре менән таныштырҙы.
Башҡортостан тәбиғәтенең бер ынйыһы - Бүжәтау тарлауығы тирәһендә инфраструктураны үҫтереү мөһим. Кооператив ағзалары был эшкә үҙ өлөшөн индерергә әҙер. “Торатау” геопаркы объекттарын күрергә килгән туристар өсөн белем биреү һәм ял үҙәге, ҡунаҡ йорттары төҙөү – проекттары нигеҙендә ошо күп яҡлы эшмәкәрлек ята. Экологик яҡтан таҙа материалдарҙан 64 кешегә иҫәпләнгән 8 йорт төҙөргә планлаштырғандар. Ҡымыҙ бешеү, ҡорот, ҡаҙылыҡ әҙерләү, умартасылыҡ буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡтар.
- Проект яҡынса 12 миллион һумға баһалана. Башланғыс этапта беҙ үҙебеҙ талап ителгән аҡсаларҙың 50 процентын һалырға әҙербеҙ. Административ бина һәм ҡунаҡ йорттарынан тыш территорияла этник музей асыу ниәте лә бар. Һигеҙ эш урыны булдырыуҙы күҙалланыҡ, - тип һөйләне Гөлдәр Ишмөхәмәт ҡыҙы.
Проектты биш йылда тормошҡа ашырыу ҡаралған. Кооператив ағзалары төҙөлөш материалдары алыу өҫтөндә. Әлеге мәлдә төп маҡсат – туризм буйынса өҫтөнлөклө инвестиция проекттары иҫәбенә инеү. Ерҙе ҡуртымға алыу буйынса документтар юллау һәм ниәтләнгән территорияла инфраструктураны булдырыу – шулай уҡ алда торған ҙур эш. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә йыйылған белгестәр кооператив эшенә бәйле байтаҡ һорауҙар бирҙе. Туристар ағымы булырмы? Күпте күргән зауыҡлы туристарҙы ҡыҙыҡтыра алырһығыҙмы? Быларҙың береһенә лә шикләнмәй бүжәләр. Йәй генә түгел, йыл әйләнәһенә эшләргә ниәтләйҙәр, сөнки быға туристар ихтыяжы ҙур.
Азамат Фәрит улы белем биреү үҙәге буйынса проектты хуплап, урынбаҫарҙарына “Бүжә” ауыл хужалығы кооперативына ярҙам юлдарын ҡарарға ҡушты. Әммә ике проект та тағы ла төплөрәк әҙерләнергә тейеш. Район хакимиәте башлығы ғүмәрҙәргә проекттарын республика кимәлендәге “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә лайыҡлы яҡлау бурысын ҡуйҙы. Күмәкләп ниәт ителгән эштең экологик яҡтан өҫтөнлөктәре, урындағы халыҡҡа файҙаһы етди аргументтарға нигеҙләнергә тейеш. Ысынында Ғүмәр ауылы эшҡыуарҙары тәжрибәһе бөтөн районға өлгө булырҙай. Эштәрегеҙ уң барһын!
Читайте нас