Этҡол ауылына кергән юлда һулдан ҡалған "Хәйретдин ҡойоһо" шишмәһе һыуы бик тәмле һәм ул тирә күптәрҙең күңелле ял итеү урыны. Хәҙер ул "Торатау" геопаркына ингән тәбиғәт ҡомартҡыһы ла.
Этҡол ауыл биләмәһе хакимиәте һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре сираттағы тапҡыр ҡойо тирәһен йыйыштырырға барҙылар. Беседканың буяуы яңыртылды, бәҙрәф ултыртып буялды, сүп- сар йыйылып тирә яғы сабылды.
Хөрмәтле ял итеүселәр! Һыуыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, кешенең хеҙмәтен хөрмәт итеп, үҙегеҙҙең артығыҙҙан йыйыштырып китерһегеҙ тип уйлайбыҙ!