Ауыл халҡы өсөн урында эндокринолог, офтальмолог, невролог белгестәрен, флюрография, маммография һәм башҡа диагностик тикшерелеүҙәр үтеү бик уңайлы булды.
Бөтәһе 160 кеше флюрография, 100 кеше маммография, 100 кеше ЭКГ һәм ҡандағы шәкәр һәм холестерин күләмен белеү анализдарын уҙған.
Этҡол, Аҙнай, Уразбай ауыл ҡатын - ҡыҙҙары Ишембай ҡалаһының ҡатын - ҡыҙҙар консультацияһы акушер - гинекологы Илдар Минитдин улы Уразбахтиндың бик тә иғтибарлы белгес икәнлеген билдәләп, уға рәхмәттәрен еткерә.