Йәмғиәт
10 Июнь 2021, 06:05

Баҡсасыға кәңәштәр

Ҡыяр һәм помидорҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны емеш биргәнсе бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта.

* ҡыяр һәм помидорҙарға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны емеш биргәнсе бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
*бөтә йәшелсәләргә лә нишатыр спирты һибергә (10 литрға 2 аш ҡалағы);
*шулай уҡ йәшелсәләр сүпрәне лә бик ярата. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуҙа болғатып һипһәң, йәшелсәләр гөрләп үҫә;
* помидорҙарҙы фитофтороздан һаҡлар өсөн һөт йәки эркет һыуына бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатларға;

* шәкәр сөгөлдөрө татлы булһын тиһәгеҙ, шытып сыҡҡас һәм һирәкләгәс аш тоҙо иретмәһе һибегеҙ (10 литр һыуға бер стакан). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
*иртә яҙҙан еләктәргә марганцовка иретмәһе һибергә, ә сәскә атыр алдынан - йод иретмәһе. 10 литр һыуға – 10 тамсы;
*йод иретмәһен шулай кәбеҫтә лә бик ярата. Тумалаҡлана башлағанда һалыу яҡшыраҡ. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә берәр литр иретмә кәрәк;
*һуған йомшармаһын өсөн ултыртыр алдынан сәй содаһы иретмәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер сәй ҡалағы сода алына.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас