Мәғлүм булыуынса, 15 июндән 30-на тиклем Ишембай районы һәм ҡалаһы буйынса Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы үҙйөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланыу барышында "Хәүефһеҙлек көндәре" тигән шартлы исем аҫтында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау буйынса сара үткәрәсәк.
Район-ҡала дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы секторы мөдире Ғәлим Ғәлин белдереүенсә, был сара үҙйөрөшлө машиналарҙы, юл-төҙөлөш техникаһын һәм уларға тағылмаларҙы ҡулланғанда хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ойошторола.
Машинистарға бигерәк тә руль механизмдарына, тормоз системаһына, тышҡы яҡтылыҡ сигнализацияһының приборҙарына, двигателдең ашығыс туҡталыш яйланмаларының төҙөклөгөнә, туҡланыу системаһының герметиклығына айырым иғтибар биреү мөһим. Шул уҡ ваҡытта машиналар менән идара итеүселәрҙең теркәү документтары, йыл һайын үткән техник тикшереүе һәм тракторсы-машинистарҙың үҙ йөрөшлө машина менән идарә итеү хоҡуғына билдәләнгән рөхсәт танытмалыры тикшереләсәк.