Башлы һуған, көнбағыш, сәтләүекте бер ай буйы ҡулланыу простатиттан ярҙам итә.
Беренсе көндә, киске аштан һуң 2 – 3 сәғәт үткәс, бер баш һуған ашарға кәрәк, иртәгәһенә – 0,5 стакан көнбағыш, өсөнсө көнөнә – 0,5 стакан әстерхан сәтләүеге. Артабан ошо схема буйынса дауам итегеҙ. 2 – 3 айҙан һуң табипҡа барып тикшерелгәндә, һөҙөмтә һеҙҙе шатландырыр.
Ғәҙәттә, кишер япрағын ашамайбыҙ. Әммә кишергә ҡарағанда уның япрағында селен күберәк. Көн дә салатҡа, йәки ашҡа ҡушып бер генә йәш япраҡты ашаһаң да, организм өсөн кәрәкле бер көнлөк норма килеп сыға. Ә кишер япрағы төнәтмәһе бөйөр ауыртҡанда организмдағы артыҡ һыуҙы ҡыуҙыртыу өсөн файҙалы, шулай уҡ геморройҙан да ярҙам итә. 2,5 ҡалаҡ япраҡ онтағын 0,5 литр ҡайнар һыуға һалып, таҫтамал менән урап 3 – 4 сәғәт тотор¬ға. Һуңынан сәй урынына берәр стакан эсергә мөмкин. Төнәтмәне һыуытҡыста ике тәүлек һаҡларға була.