Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең Ишембай районы буйынса филиалы юғары һәм урта һөнәри белем биреү учреждениеларының сығарылыш курс студенттарына урындағы предприятиеларҙа стажировка үтергә тәҡдим итә.
Һөнәри йүнәлеш буйынса түләүле стажировкала белем биреү ойошмаһын 2020-2021 йылдарҙа тамамлағандан һуң эш (килемле шөғөл) тапмаусы студенттар ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ләкин был осраҡта уларҙың юғары йәки урта белем тураһындағы документына бер йылдан ашыу ваҡыт үтмәҫкә тейеш. Әрме сафында хеҙмәт үтеп ҡайтҡан ошо уҡ йылдар сығарылыш студенттары ла өс ай эсендә үҙәккә мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың шулай уҡ түләүле стажировка үтеү мөмкинлеге бар. Мәшғүллек үҙәге ойошторған сарала ҡатнашыусылар алты айға яҡын стажировка үтеү, рәсми эш табыу, даими хеҙмәт хаҡын алыу, һөнәр буйынса тәжрибә һәм конкурентлыҡ һәләтен туплау өҫтөнлөгөнә эйә.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Йәшел урамы, 57-се йорт адресы буйынса үҙәккә мөрәжәғәт итеп йәки 8(34794)6-27-90, 6-27-91 телефоны аша алырға була.