Йәмғиәт
8 Июнь 2021, 10:00

Проспектта эштәр дауам итә

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Ленин проспектында автомобиль юлдарын киңәйтеү буйынса эштәр дауам итә.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Ленин проспектында автомобиль юлдарын киңәйтеү буйынса эштәр дауам итә.
Әле яҡтыртыу сымдарын һәм таяуҙарын һүтеү эштәре башҡарылған. Ошоға бәйле йәнәшәләге торған урамдарҙы ла ваҡытлыса яҡтыртыу туҡтатылды. Эштәр тамамланғас та проспект буйлатып үҙебеҙҙәге “Ишим” предприятиеһында етештерелгән диодлы лампалар урынлаштыраласаҡ. Контракт буйынса эштәрҙе тамамлау ағымдағы йылдың 30 авгусына билдәләнгән.
Ҡала биләмәһе хакимиәте ваҡытлыса килеп тыуған уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә. Проспектты киңәйтеү - ваҡыт талабы. Транспорт ағымы йылдан-йыл арта, коммуналь хеҙмәттәр техникаһына ҡышын юлдарҙы таҙартыу ҡатмарлаша.
Читайте нас