Халыҡты һыу менән тәьмин итеү, үҙәк һыу селтәрҙәре торошо районда проблемалы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Быйылғы яҙ беҙҙе аномаль эҫеһе менән дә һынаны, бер нисә ауылда һыу селтәрҙәрендә баҫым етмәү арҡаһында киҫкен хәл тыуҙы. Ҡоро осорҙа һыуһыҙлыҡ янғын хәүефен арттырҙы, баҡсаларҙа емеш-еләк, йәшелсә тәрбиәләүҙә лә сағылмай ҡалманы.
Ҡайһы бер биләмәләрҙә үҙәкләштерелгән селтәр була тороп та һыуҙың йортҡа килеп етмәүенең төп сәбәбе ниҙә һуң? Был бик күптәрҙе борсоған һорауға муниципаль район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡкоммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура үҫеше буйынса урынбаҫары Салауат Хәйретдиновтан яуап алдыҡ:
- Ысынында муниципаль районда, тимәк барлыҡ тораҡ пункттарҙа һыу менән тәьмин итеү проблемаһы киҫкен тора. Бөгөн биләмәләрҙә үҙәкләштерелгән селтәр булған хәлдә лә ҡайһы-бер урамдарға һыу барып етмәй – был хәл һыу үткәргестәрҙең иҫкереүе, эшлектән сығыуы менән дә ҡатмарлаша бара. Файҙаланыу ваҡыты үткән торбаларҙы яңыртыу, ҡеүәтле насостар алыу ҙур сығымдар талап итә.
Әлеге мәлдә муниципаль район хакимиәте башлығы рәсмиләштергән 2020 йылдың юл картаһына ярашлы, бөтә тораҡ пункттарҙа ла, Ишәй ауылы Советына ҡараған Октябрь ауылынан тыш, идара итеүсе компанияны һайлау һәм үҙәкләштерелгән һыу селтәрҙәрен уға тапшырыу буйынса эш алып барыла. Ә Октябрҙә идара итеүсе компанияны һайлау буйынса аукцион үткән. Унда килешеү буйынса подрядсы ойошма һыу үткәргестәрҙе, гидранттарҙы, ҡойоларҙы, колонкаларҙы хеҙмәтләндереү һәм төҙөкләндереү өсөн яуаплы буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта идара итеүсе компания һыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндерә тороп та ҡулланыусыларҙың аҡса түләмәүе үкенесле хәл. Мәҫәлән, Ҡолғона ауылында подрядсы ойошма халыҡты һыу менән тәьмин итеп килде. Әлбиттә, килешеү буйынса хеҙмәтләндереү өсөн аҡса йыйылды, ләкин күптәр быға ҡырҡа ҡаршы торҙо. Ауыл халҡы һыуһыҙ ҡалмаһын өсөн Ҡолғона ауыл Советы хакимиәте бөтә хәстәрлекте күрҙе – электр энергияһы өсөн сығымдарҙы ҡапланы, республика субсидияһын да юлланы. Шуға ҡарамаҫтан, 2020 йылдың аҙағында подрядсы компания үҙ эшмәкәрлеген туҡтатты, биләмәнән китте. Хәҙер унда һыуһыҙлыҡ проблемаһы тағы ла ҡатмарлашты. Ошондай уҡ күренеш бер нисә биләмәлә булды. Ошо эҫе осорҙа Үрнәк ауылы халҡы ла ыҙаланды – эсергә лә, баҡсаға һибергә лә һыуҙары булманы. Эйе, ауыл Советы хакимиәте менән техник һәм эсәр һыу килтереү ойошторолдо, әммә был проблеманан сығыу юлы түгел. Хәҙер килеп үрнәктәр
һыу менән тәьмин итеүгә аҡса түләргә лә риза, әммә подрядсы команияны табыуы үтә ҡатмарлы. Һеҙ теләгән теләһә ниндәй ойошма килде лә, иҫкергән, тишелгән һыу
селтәрҙәрен үҙ өҫтөнә алды түгел! Халыҡ шуны аңлаһын ине, ниндәй генә инженер системаһын алма – һыу, газ, электр, канализация селтәрҙәре – бөгөнгө шарттарҙа улар хужаһыҙ була алмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, был өлкәне хеҙмәтләндереүсе ойошманың булыуы мотлаҡ, юғиһә, ул 3-4 йыл эсендә эшлектән сығасаҡ.
Әлеге мәлдә Ишәй, Этҡол, Байғужа һәм Һайран ауыл Советтары биләмәһендә ошо йүнәлештә подрядсы компанияларҙы йәлеп итеү буйынса эштәр алып барыла. Һыу үткәргестәрен хеҙмәтләндерерлек яуаплы ойошмаларҙы, эшҡыуарҙарҙы эҙләйбеҙ. Халыҡтан йыйылған аҡса һыу үткәргестәрен йүнәтеүгә, модернизациялауға, матди-техник база булдырыуға һәм хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын түләүгә йүнәлтелә. Әлбиттә, идарасы компания көйлө эшләп алып китһен өсөн иң тәүҙә халыҡтың аңлы ҡарашы кәрәк. Беребеҙҙең дә һыуһыҙ ултырғыһы килмәй. Йортоңа һыу төҙөк селтәрҙәр буйынса өҙлөкһөҙ килһен өсөн был хеҙмәтте күрһәтеүселәр эшен намыҫлы баһаларға тейешбеҙ.