Ошо көндәрҙә Ишембай районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә тегеү ҡорамалдары операторына уҡыуҙар тамамланды.
Курстар үткәндәргә һөнәр тураһында дәүләт өлгөһөндәге таныҡлыҡ тапшырыу тантанаһы иҫтәлекле шарттарҙа ойошторолдо. Был йүнәлештә уҡыуҙар артабан да дауам итәсәк, “Алға” айырым иҡтисади зонаһында асыласаҡ фабрикалар әҙерлекле тегенселәргә мохтаж. Хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән ҡулланған был һөнәрҙе үҙләштерергә теләүселәр Ишембай районының халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итә ала: 8(34794) 6-27-90
Адресы: Ишембай ҡалаһы, Йәшел урам, 57 а