Ишембай үҙәк район дауаханаһы хәбәр итеүенсә, 8-9 июндә күҙ микрохирургияһы бүлексәһе мөдире, офтальмолог Дилә Арсланова ауылдарға сығып урындағы халыҡҡа консультация үткәрәсәк. Дауаланыу кәрәк тип табылған пациенттарға артабан күҙ микрохирургияһы бүлегенә юллама бирелә. Шул уҡ ваҡытта оптометрист-белгес ярҙамында заманса ысул менән күҙлек һайлап буласаҡ.