Йәмғиәт
2 Июнь 2021, 10:10

ИЛЕМ, ЕРЕМ, ТИП ЙӘШӘНЕ

Һәр ғаиләлә илебеҙ кисергән иң ҙур һынауҙы – Бөйөк Ватан һуғышын батырҙарса үткән яугир ата-бабаһы, яҡын туғаны бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, иҫән ҡалған ветерандарыбыҙ һанаулы ғына ҡалды. Атайыбыҙ, олатайыбыҙ Әбүбәкир Әйүп улы Ишбулдин ошо быуындың бер лайыҡлы вәкиле булды.

Һәр ғаиләлә илебеҙ кисергән иң ҙур һынауҙы – Бөйөк Ватан һуғышын батырҙарса үткән яугир ата-бабаһы, яҡын туғаны бар. Ҡыҙғанысҡа күрә, иҫән ҡалған ветерандарыбыҙ һанаулы ғына ҡалды. Атайыбыҙ, олатайыбыҙ Әбүбәкир Әйүп улы Ишбулдин ошо быуындың бер лайыҡлы вәкиле булды.
Ул 1921 йылда Әрметрәхим ауылында тыуған.
1941 йылдың июнендә 20 йәшендә Советтар Армияһы сафына алына. 3-сө Украина фронтының 17-се һауа армияһы ғәскәре составында рядовой званиеһында хеҙмәт итә.
1942 йылда яралана, дауаланып сығып артабан хеҙмәт юлын дауам итә. 1943 йылдың февралендә, 159-сы айырым автотранспорт батальонында хеҙмәт иткән осоронда, шофер һөнәрен яҡшы белгәнлектән, Сталинград районында һуғыш барған яландан фашистарҙың Форд-8 машинаһын барып алып, уны файҙаланыуға тапшыра ала. Запас частар менән тәьмин итеү ауыр шарттарҙа барһа ла, ул хәрби машинаны һәр ваҡыт яуға әҙер тотҡан. Будапешт төркөмөн юҡ итеү буйынса авиацияның көсөргәнешле эше шарттарында Әбүбәкир Әйүп улы тәүлек әйләнәһенә осоу частарына хәрби припастар һәм авиатехник мөлкәтте ташый. Батальонда хеҙмәт мәлендә, Болгария һәм Югославияның таулы шарттарына ҡарамаҫтан, бер авария ла булмай.
Немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында команданың хәрби заданиеларын еренә еткереп үтәгәне, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн хөкүмәт наградаһы – Хәрби дан миҙалына лайыҡ була. Шулай уҡ ҡурҡыу белмәҫ яугир II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Һуғыштан һуң ул үҙенең тыуған ауылына ҡайтып, әсәйебеҙ менән 9 бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Уны барыһы ла эшһөйәр, ярҙамсыл кеше итеп иҫләй. Ҡулдары алтын булды, бар нәмәне лә төҙәтеп, эшләп ҡуя ала ине. Бер кемгә лә ярҙамдан баш тартмаған ихлас кеше булды. Быйыл 17 апрелдә атайыбыҙға 100 йәш тулыр ине. 1997 йылдың 10 июнендә ул арабыҙҙан китте. Ейәндәребеҙ, бүләсәрҙәре уны фотонан ҡарап, беҙҙең иҫтәлектәр аша ғына белһә лә, яугир ҡартолаталары менән ғорурланып йәшәйҙәр. Яҡты иҫтәлеге беҙҙең йөрәктәрҙә һаҡлана.
Бик ҙур хаҡ менән яулап алынған Еңеүҙе иҫтән сығармайыҡ. Бөгөнгө гүзәл тормошто, халыҡтар араһында дуҫлыҡты һаҡлайыҡ һәм яҡлайыҡ.

Читайте нас