Йәмғиәт
2 Июнь 2021, 16:12

Ауыл хәбәрҙәре

Ғүмәр ауылының Әс-сәләм мәсетендә 21 май көндө "Йома сәйе" ойошторолдо.

Ғүмәр ауылының Әс-сәләм мәсетендә 21 май көндө "Йома сәйе" ойошторолдо.
"Йома сәйе" быуаттар төпкөлөнән килгән матур байрам. Бындай саралар халҡыбыҙҙың йолаларын һаҡлап алып ҡалыуҙа, йәш быуынға еткереүҙә мөһим роль уйнай. Башҡорт юлдаш телеканалының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, арҙаҡлы ҡәрҙәшҽбҽҙ Морат Лоҡманов та алыҫ араларҙы яҡын итеп байрам сараһына килеп етте. Морат Лоҡмановтың һәр һүҙҽн ауылдаштарыбыҙ йотлоғоп тыңланы, ә инде Зөлфиә Мостафа ҡыҙының фәһемле һуҙҙәре һәр беребеҙҙең куңелдәргә матур, илаһи нур булып утеп инде. Матур йолабыҙ, "йома сәйе", ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ онотолмаһын, быуындан-быуынға һаҡланып килһен.
Читайте нас