29 майҙан үҙгәртелгән 381п һанлы Ишембай-Стәрлетамаҡ (Урман-Бишҡаҙаҡ аша) муниципаль-ара маршрут үҙ эшен тергеҙә. Был маршрут автобусының “Торатау” шиханына ла инеүен хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ.
Ишембайҙа автобус автовокзалда, нефть колледжында, баҙарҙа, 23-сө балалар баҡсаһында туҡталыш яһаһа, Стәрлетамаҡта Техник, Ленин проспекты, Геологтар, Дуҫлыҡ һәм Хоҙайбирҙин урамдарында туҡтай.
Автобус Стәрлетамаҡ автовокзалынан 7.30, 10.30, 13.15, 16.30 сәғәттәрҙә ҡуҙғала.
Ишембай автовокзалынан ҡуҙғалыу ваҡыты: 9.00, 12.00, 15.00, 18.00 сәғәттәрҙә.
Билет хаҡы 60 һум. Белешмәләр өсөн телефон: +79875834844.