Бик күп йылдар элек булған был фәһемле хәлде бер таныш ҡыҙ һөйләгәйне. Атаһы коляскалы мотоцикл һатып алғас, ҡыуанысы менән уртаҡлашырға тип, ҡатыны менән ҡыҙын ултыртып, күрше ауылда йәшәгән әсәһенә килә. Ҡыҙҙың шатлығының сиге юҡ: уларҙың мотоциклы бар!
Ике ауыл араһын елдереп үтеп, килеп тә төшәләр. Балаларының ҡыуанысына әсә кеше лә сикһеҙ шатлана. Һөйләшеп, сәй эсеп ултырып, көн кисләп китә.
- Йоҡлап ҡайтығыҙ ҙа ҡуйығыҙ. Ҡараңғы төшөп бара, - тип борсолоуын белдерә оло йәштәге әсә.
- Беҙҙең матай шул тиклем шәп! Хәҙер выжлатып ҡайтып етәбеҙ! – тип яуаплай мотоцикл көймәһенә төшөп ултырған ейәнсәре.
- Алла бойорһа, тип әйт, - ти, өләсәһе.
- Эй, өләсәй! Мотоциклыбыҙ өр-яңы, һинең Аллаң бойорһа ла, бойормаһа ла ҡайтып етәбеҙ инде ул, - ти ҡыҙыҡай.
- Ауыҙыңдан ел алһын. Улай тимә! - тип хәйерле юл теләп, балаларын оҙатып ҡала әсә.
Ике ауыл араһында, ҡола яланда, мотоцикл ҡапыл шып туҡтай. Баҡтиһәң, бензины бөткән икән. Өр-яңы техниканы юлда ҡалдырып китеү – йәл, йәйәү атлайым тиһәң – арыу уҡ ара. Атай кеше йәйәүләп кире ауылға барып, кемдәндер яғыулыҡ алып килә. Өйҙәренә төн уртаһында ғына ҡайтып инә былар.
“Шул хәлдән һуң юлға сыҡҡанда ла, берәй эш башлағанда ла һәр саҡ өләсәйем өйрәткәнсә: “Алла бойорһа” тип кенә әйтәм. Хәҙер инде, йылдар үткәс, ошо гүзәл донъяны бар иткән, камил иткән Юғары көс барлығына үҙем дә ышанам”, - тигәйне был ҡыҙ.