Йәмғиәт
28 Май 2021, 09:00

Егет кеше әрмелә һынала

Яҡташтарыбыҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Һалдаттарҙың ата-әсәләренә хәрби часть командирҙарынан килгән хаттар ошо хаҡта һөйләй. Күптән түгел Этҡол ауылынан Байназаровтар ғаиләһе лә улдары Илдар хеҙмәт иткән частан Рәхмәт хаты алып шатланды.

Яҡташтарыбыҙ Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә намыҫлы хеҙмәт итә. Һалдаттарҙың ата-әсәләренә хәрби часть командирҙарынан килгән хаттар ошо хаҡта һөйләй. Күптән түгел Этҡол ауылынан Байназаровтар ғаиләһе лә улдары Илдар хеҙмәт иткән частан Рәхмәт хаты алып шатланды.
Илдар Ҡадир улы Ватан алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтә, аҡыллы белгес, яҡшы дуҫ, Ватаныбыҙҙың ысын һаҡсыһы, тиелә хатта. Илдар ауыл мәктәбендә 9-сы класты “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлап, Ишембай һөнәрселек колледжына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, “Өфө гидромаш” предприятиеһында хеҙмәт юлын башлай. Бер йыл тирәһе унда эшләгәс, үҙе теләп хәрби хеҙмәткә юллана.
Яҡташыбыҙ Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск районында 76736-сы хәрби частың 1-се батальонында водитель-бәйләнеш ротаһы электригы булып хеҙмәт итә. Ата-әсәһен, туғандарын, дуҫтарын һағынһа ла, зарланмай, сөнки ауыл егетендә ихтыяр көсө, эш һөйөүсәнлек, ҡыйыулыҡ һәм яуаплылыҡ етерлек. Мәктәптә уҡығанда уҡ Илдар тырыш була, көрәш менән шөғөлләнә, төрлө ярыштарҙа, туристик слеттарҙа әүҙем ҡатнаша. Шунлыҡтан армияла уға физик күнекмәләр еңел бирелә. Буш ваҡытында ата-әсәһенә, дуҫтарына шылтыратырға онотмай. Уға дембелгә тиклем ваҡыт күп ҡалмаған. Ошо көндәрҙә улдары ҡайтып төшөр тип көтә ата-әсәһе.
Илдарҙың ата-әсәһе Ҡадир Ишғәле улы һәм Гөлнур Рәжәп ҡыҙы Этҡол мәктәбендә эшләй, ағаһы Илнур әле Себер тарафтарында тырыша, Регина һеңлеһе Ишембай нефть колледжында 2-се курста уҡый. Әрме һынауын үткән егеттең маҡсаттары ҙур: Ишембай нефть колледжына ситтән тороп уҡырға инергә һәм оҙаҡҡа һуҙмай эшкә урынлашырға. Ағаһының уй-ниәттәре менән һеңлеһе Регина бүлеште. Бар ниәттәрең тормошҡа ашһын, Илдар!
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас