Беҙгә лә Өфө яҡтарынан килеүсе уҡыусы балалар тап булды, уларға иҫкәрмә яһап ҡайтыу яғына атланыҡ. Салауат мәмерйәһенә етәрәк ялан ғына урында ял итер өсөн матур ғына ер бар. Тик ул матурлыҡты шул урындағы яһалма сүп һауыты юҡҡа сығарып ултыра. Нимә генә ташламағандар унда: пластик һауыттар, памперс, буш шешәләр, ватыҡ быяла һауыттар... Өҫтәл өҫтөндә иһә пневматик автоматтың (воздушка) пулялар, тишкеләнеп, ватылып бөткән тимер, быяла һауыттар ята ине. Тәбиғәткә сыҡтым, тигәс тә улай ҡырағай булырға ярамай бит. Үҙеңдән һуң килеүселәрҙе лә уйларға кәрәк!