Йоҡларға ятыр алдынан валериана төнәтмәһен еҫкәгеҙ. Танауығыҙға килтереп, бер нисә тапҡыр еҫкәргә кәрәк. Тик бының өсөн спиртлы төнәтмә генә ярай.
Еңелсә генә 3 тапҡыр тын алығыҙ. Үҙегеҙҙе нисек тояһығыҙ, шунса тын алырға тырышығыҙ. Был процедуранан һуң аҙ ғына йоҡлап уянһағыҙ, төндә тороп, һәр танау ҡыуышлығына килтереп тағы бер нисә тапҡыр еҫкәгеҙ. Әгәр икенсе көндө баш ауырта икән – тимәк валериананы күп еҫкәгәнһегеҙ тигән һүҙ. Шуның өсөн башҡа көндәрҙә йоҡлар адынан дозаны кәметергә кәрәк.
Дауаның тәүге айында уҡ ныҡ ҡына ҡаҡшаған организм һиҙҙереп нығына башлар. Ҡалған өс айҙа үҙегеҙҙе яҡшыраҡ тоя башларһығыҙ, йоҡоғоҙ ҡатыраҡ булыр, ҡан баҫымы төшәсәк, йөрәк ауырыуҙары баҫыласаҡ.