Иртәгә "Сәләмәтлек поезы" Петровск ауылында халыҡты һуңғы көн ҡабул итә. Артабан "тәгәрмәсле" дауахана 31 майҙан 2 июнгә тиклем – Ҡарайған ауылында, 3-7 июндә – Яңы Әптектә, ә 8-11 июндә Маҡарҙа эшләйәсәк.
- Петросвкийға барып "Сәләмәтлек поезы"ның флюорография һәм маммография кабинеттарын үттем, офтальмологҡа күрендем. Ауыл халҡы мобиль күсмә дауахана эшенән бик ҡәнәғәт, кеше бер туҡтауһыҙ килеп-китеп тора. Был акция халыҡҡа сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлау өсөн бик кәрәк. Әлеге эҫелә ҡан баҫымы, йөрәк-тамыр ауырыуҙары менән ыҙаланғандәр күбәйҙе, - тип ихлас уртаҡлашты Әрмет-Рәхим ауылында йәшәүсе Йәмилә Фәхриева. – Һәр белгес айырым автомашинала ҡабул итте, уңайлы, тиҙ. Ошондай мөмкинлектәр булып торһон.
“Сәләмәтлек поезы”на мөрәжәғәт итеүселәр эндокринолог, невролог, офтальмолог, кардиолог, акушер-гинеколог кеүек табиптарҙы бушлай үтә ала. Шул уҡ ваҡытта мобиль маммограф, флюорограф, диагностик тикшереүҙәр ойошторолған. Белгестәргә яҙылыр өсөн атап үтелгән ауылдарҙағы участка фельдшерына шылтыратырға кәрәк.