“Быуындар хәтерен тоташтырып” тип исемләнгән Рәсәй Президенты фонды проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уҙғарылған был сара ҡала һәм районыбыҙҙа оло йәштәгеләр менән алып барылған эштәрҙең тәжрибә майҙансығына әүерелде, алға бурыстар ҙа билдәләнде. Мәртәбәле юбилейҙарын билдәләүсе беренсел ветеран ойошмалары рәйестәренә муниципаль район ветерандар Советының Почет грамоталарын тапшырыу ҙа осрашыуға йәм өҫтәне. Ауылдағы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскәләр һалып, семинарҙа ҡатнашыусылар илебеҙ азатлығын яулаған быуынға тәрән хөрмәт билдәһен күрһәтте.
Артабан ҡунаҡтар билдәле шәхес Әхмәтзәки Вәлиди музейы менән танышты. Көҙән мәктәбе коллективы менән осрашыу ҙа ололар күңелендә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Уҡыусыларҙың был сараға тырышып әҙерләнеүҙәре һөйөндөрҙө. Йәш быуын менән мәктәптә ҙур патриотик эш алып барылыуына рәхмәт белдерҙе кәңәшмәгә йыйылыусылар.