Йәмғиәт
26 Май 2021, 11:45

Хөрмәтле эшҡыуарҙар!

Һеҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө – үҙ эшен ойошторған һәм үҫтергән әүҙем, һәләтле кешеләрҙең һөнәри байрамы менән ҡотлайым!

Һеҙҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө – үҙ эшен ойошторған һәм үҫтергән әүҙем, һәләтле кешеләрҙең һөнәри байрамы менән ҡотлайым!

Бөгөн ҡала һәм районда 18 меңдән ашыу кеше эшҡыуарлыҡ менән мәшғүл. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың муниципаль ҡаҙнаға керемдәренең өлөшө 36 процентҡа тиклем артты. Шуға күрә беҙ был байрамды, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, яңы эшмәкәрлек төрҙәрен үҙләштергән, яҡташтарына эш урындары булдырған, халыҡтың тормош сифатын күтәргән кешеләрҙең хеҙмәтенә хөрмәт күрһәтеү тип баһалайбыҙ.

Ысын эшҡыуар – ул һәр ваҡыт яңы бейеклектәргә ынтылған кеше. Барығыҙға ла һөҙөмтәле ҡарарҙар, яңы проекттар, уңыштар теләйем.


Фото редакция архивынан.
Читайте нас